

Көҙ йылы, сыуаҡ көндәре менән ҡыуандыра. Ауыл хужалығы эшсәндәре уңайлы мәлде файҙаланып, баҫыу-ҡырҙарҙа үҫтерелгән уңышты йәһәтерәк йыйыу өсөн тир түгә.
“Икмәктең ҡәҙерен бала саҡтан тойоп үҫтек. Өләсәйемдәр ауыр һуғыш йылдарында бер телем икмәккә мохтаж булыуҙары хаҡында гел һөйләр ине...
Атайым совет осоронда тракторсы, комбайнсы булып эшләп, иртәнән ҡара төнгә тиклем баҫыуҙан ҡайтмай торғайны... Хәҙер тормош иптәшем, урман егете, иген үҫтереүҙә өҫтәлдәребеҙҙә һәр саҡ икмәк булһын өсөн үҙ өлөшөн индерә”, - тип яҙҙы төркөмдәшебеҙ Эльвира Ишемғужина һәм матур йөкмәткеле видеояҙмалар менән дә уртаҡлашты.
Сығанаҡ: vk.com/id197265023
Фото: semeyainasy.media