Иҡтисад
21 Сентябрь 2022, 11:15

Башҡортостан алдынғы урындарын юғалтмай

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Транспорт һәм төҙөлөш” беренсе Халыҡ-ара конгресында сығыш яһаны

Башҡортостан алдынғы урындарын юғалтмайБашҡортостан алдынғы урындарын юғалтмай
Башҡортостан алдынғы урындарын юғалтмай

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Транспорт һәм төҙөлөш” беренсе Халыҡ-ара конгресында сығыш яһаны.

Донъяның тулайым эске продуктында төҙөлөш, төрлө баһаларға ярашлы, 6 проценттан алып 12 процентҡа тиклемге өлөштө тәшкил итә, Рәсәй буйынса был күрһәткес – 5,8 процент, Башҡортостанда 7,5 процент. Транспорттың өлөшө, ошоларға ярашлы, донъяла – 9 процент, Рәсәйҙә – 7,1 процент һәм Башҡортостанда – 6,1 процент.

Рәсәйҙең Европа өлөшөндә иң ҙур майҙанды биләгән төбәктәрҙең береһе булараҡ, беҙҙең республикала төҙөлөш һәм транспортты үҫтереү мәсьәләләрен хәл итеү үтә мөһим.

Республиканың транспорт селтәренең үҙәге  – Өфө транспорт узелы. Уға биш радикаль тимер юл йүнәлештәре ҡушыла, шулай уҡ федераль әһәмиәтле автомобиль юлдары ла ошонан үтә.

Башҡортостандағы автомобиль юлдарының оҙонлоғо 50 мең километрҙан аша. Был Рәсәйҙә Алтай крайынан ҡала икенсе урын тигән һүҙ. Юл селтәре үҫеүен дауам итә. Шул иҫәптән федераль объекттар иҫәбенә.

Республиканың ҙур ҡалаларында транспорт реформаһы үткәреү ҙә мөһим йүнәлеш булып тора. Ул юл селтәрен үҫтереүҙе лә, транспорт паркын яңыртыуҙы ла, инновацион алымдар индереүҙе лә үҙ эсенә алған. Мәҫәлән, беҙ мораль яҡтан иҫкергән “пазик”тар урынына 1000-дән ашыу яңы автобусҡа эйә булдыҡ, берҙәм “Алға” транспорт картаһын индерҙек. Республиканың һәр өсөнсө кешеһе хәҙер ошо картанан файҙалана.

Төҙөлөш тураһында һөйләгәндә, бер нисә мөһим аспект билдәләнә. Беҙ 2020 йылдан алып төбәк иҡтисадына ярҙам итеү буйынса 90 миллиард һумдан ашыулыҡ дүрт пакет ҡабул иттек. Быйыл апрелдә иҡтисадты тотороҡло үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған план ҡабул ителде, уға 54 миллиард һумлыҡ 150-нән ашыу сара индерелгән. Шуның яртыһы төҙөлөш тармағына тура килә. Һөҙөмтәлә Башҡортостан торлаҡ төҙөп тапшырыуҙа алдынғы урындарҙың береһен биләй.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас