

“Блiжэй быць немагчыма, бо тут мая Радзiма. Яна жыццё дала мне, каб жыць дзеля яе…” - был һүҙҙәрҙе Башҡортостаныбыҙға ҡарата ла әйтергә була.
Беҙҙең менталитеттар оҡшаш. Тыуған илгә ҡарата һөйөү тураһында һүҙ барған саҡта тәржемәләр кәрәк түгел, барыһы ла былай ҙа аңлашылып тора”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Был республикабыҙға Беларусь делегацияһы килеүгә бәйле ине.
Кисә Беларусь Республикаһының Премьер-министры Роман Головченко етәкләгән делегация Өфөгә килде. Андрей Назаров уларға Республикаға идара итеү үҙәген күрһәткән. Роман Александровичҡа ул бик оҡшаған һәм уны өйрәнеү өсөн презентация әҙерләргә ҡушылған.
“Башҡортостан һәм Беларусь Республикаһы араһындағы килешеүҙәр 2024 йылға тиклем Саралар планында системаға һалынған. План алты бүлектән тора, 71 сараны үҙ эсенә ала.
Әүҙем үҙ-ара эш итеү күҙәтелә:
- сәнәғәт кооперацияһын үҫтереүҙә – автомобиль, трактор, иген йыйыу һәм йөк күтәреү техникаһын Белоруссия етештереүселәре менән үҙ-ара эш итеү алып барыла;
- агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ-түлек тармағы;
- урман хужалығы һәм ағас эшкәртеү өлкәһендә;
- сауҙа-иҡтисади һәм инвестиция хеҙмәттәшлеге йәһәтенән.
Артабанғы пландар:
- тышҡы сауҙа структураһын камиллаштырыуҙы дауам итергә һәм тышҡы сауҙа әйләнеше күләмен былтырғы кимәлдән кәметмәҫкә;
- Белоруссия предприятиелары менән сәнәғәт кооперацияһын һәм сауҙа-сервис үҙ-ара эш итеүен тәрәнәйтеү;
- “Амкодор” компанияһы һәм Минск автомобиль заводы менән инвестиция проекттарының уңышлы тормошҡа ашырылыуын тәьмин итергә;
- берлектәге ҡабул итеүҙәр һәм сәфәрҙәр сиктәрендә эшлекле әүҙемлекте арттырыу.
Сәнәғәт кооперацияһында, ауыл хужалығында, сауҙа һәм иҡтисади хеҙмәттәшлектә, гуманитар өлкәлә, айырыуса патриотик тәрбиә һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау өлкәһендә потенциалыбыҙҙы тормошҡа ашырыу – берҙән-бер дөрөҫ юл, тип ышанам”, – тип яҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".