Иҡтисад
21 Сентябрь 2022, 10:15

Беҙҙең эш тәжрибәһен бүтәндәр өйрәнә

Башҡортостан инфраструктура майҙансығы моделе буйынса пилот проектын беренселәрҙән башланы һәм маҡсатына тулыһынса өлгәште.

Беҙҙең эш тәжрибәһен бүтәндәр өйрәнәБеҙҙең эш тәжрибәһен бүтәндәр өйрәнә
Беҙҙең эш тәжрибәһен бүтәндәр өйрәнә

Өфө ҡалаһында “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы дауам итә. Уның сиктәрендә “Преференциаль режимлы территорияларға тотороҡло үҫеш маҡсаттарына өлгәшеү өсөн модель индереү” тигән сессия эшләне. Ойоштороусыһы – Росавтодор, Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

– Сәнәғәт майҙансыҡтарын төҙөү - үҫеш юлында булған территориялар өсөн инвестициялар йәлеп итеү тәңгәлендә бик уңайлы эш алымы, – тине Рәсәй кластерҙар, технопарктар һәм айырым иҡтисади биләмәләр ассоциацияһы директоры, иҡтисад фәндәре кандидаты Андрей Шпиленко. – Ғөмүмән, донъяла 24 мең шундай майҙансыҡ иҫәпләнә, шул иҫәптән, 5 мең 400 айырым иҡтисади зона, 4 мең технопарктар һәм 15 мең индустриаль парктар бар. Киләсәктә тағы ла ике меңдән ашыу майҙансыҡ төҙөү күҙ уңында тотола.

Андрей Викторович билдәләүенсә, Башҡортостан инфраструктура майҙансығы моделе буйынса пилот проектын беренселәрҙән башланы һәм маҡсатына тулыһынса иреште. Уңышлы тормошҡа ашырылған “Санкт-Петербург” айырым иҡтисади зонаһы, “Технополис Москва” айырым иҡтисади зонаһы менән бер рәттән Башҡортостандағы “Алға” айырым иҡтисади зонаһы һәм “Өфө” индустриаль” паркының да булыуы шатлыҡлы.

– Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының эше маҡтауға лайыҡ, ғөмүмән, Башҡортостан һәр йәһәттән дә илебеҙ субъекттарына өлгө ролен үтәй, республикалағы ыңғай эш тәжрибәһе бөтә Рәсәйгә лә таратыла, – тине Андрей Шпиленко.

Шулай уҡ Рәсәй кластерҙар, технопарктар һәм айырым иҡтисади зоналар ассоциацияһы эксперты Дарья Гуляева, “Өфө” индустриаль паркының идара компанияһы директоры Артем Пензин һәм башҡалар сығыш яһаны.  

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас