

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.
“Санкция ғәмәлдәре программаларыбыҙға төҙәтмәләр индерә, улар, тәү сиратта, импортты алмаштырыуға бәйле. Территорияларыбыҙҙа тормошҡа ашырылған проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу импорт ҡорамалдар, техника менән бәйле. Беҙ быға ярайһы уҡ етди әҙерләндек – эшмәкәрлегебеҙгә үҙгәрештәр индергән пандемия йоғонтоһон иҫәпкә алырға кәрәк”, – тип белдерҙе Ирек Фәйзуллин.
#бaшҡортостан #командаХабирова #правительствоРБ #правительстворазвития #минстройРФ #строительство