Иҡтисад
21 Сентябрь 2022, 09:30

Был предприятие күптәр өсөн мөһим

Етәкселәр “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе”нең Беларусь предприятиелары менән авиатөҙөлөш өлкәһендә үҙ-ара эш итеү перспективаларын ҡараны.

Был предприятие күптәр өсөн мөһимБыл предприятие күптәр өсөн мөһим
Был предприятие күптәр өсөн мөһим

21 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Өфөлә эш сәфәре менән булған Беларусь Премьер-министры Роман Головченко Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең (Ростехтың Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһына инә) эшмәкәрлеге менән танышты.

Берекмә белгестәре турбореактив авиация двигателдәрен, газ һурҙырыу агрегаттарын, газ-турбиналы энергетика өлкәһендәге продукцияны эшләү, етештереү һәм сервис хеҙмәтләндереүе менән шөғөлләнә.

Радий Хәбиров менән Роман Головченко Өфө авиапредприятиеһының йыйыу цехын ҡараны. Бында әҙер узелдар һәм деталдәр килә, авиация һәм индустриаль двигателдәр йыйыла.

Һуңынан  ҡунаҡтар һынау цехын ҡараны, унда етештереүҙең технологик сылбырының һуңғы этабы бара. Һынау ваҡытында двигателдәр көйләнә һәм уларҙың эшен төрлө режимда, шул иҫәптән форсажға сығарыуҙы ла тикшерәләр.

Радий Хәбиров менән Роман Головченко “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе”нең Беларусь предприятиелары менән авиатөҙөлөш өлкәһендә үҙ-ара эш итеү перспективаларын тикшерҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас