

Өфө ҡалаһында “Транспорт һәм төҙөлөш” тигән халыҡ-ара конгресы сиктәрендә “Устойчивое (ESQ) развитие транспортной инфраструктуры” тигән панель сессияһы ойошторолдо.
Модератор, BRITA комитеты рәйесе Станислав Мамулат әйтеүенсә, тотороҡло һәм ыңғай үҫеш векторына сығыр өсөн энергияны һаҡлау технологияларын ҡулланырға кәрәк.
– Бөгөн беҙҙә йәшел повестка тормошта кәрәкле нәмә тип түгел, ә ниндәйҙер хайп тип ҡабул ителә, – тине Станислав Мамулат. – Ундай ҡараш бүтән илдәрҙән артта ҡалыуға килтерә. Мәҫәлән, Ҡытай 2060 йылға иҡтисадын углероднейтраль итеү маҡсатын ҡуйған. Әлбиттә, уның өсөн 16 трлн доллар кәрәк. Уның ҡарауы, берәү ҙә уның тормошҡа ашырыласағына шик белдермәй.
Фото: Илдар Әхиәров.