Иҡтисад
21 Сентября 2022, 17:30

Өфөлә - тағы бер юл буйы комплексы

Проектты 2022 – 2023 йылдарҙа ғәмәлгә ашырыу ҡаралған. Инвестиция күләме 100 миллион һум тәшкил итә.

Өфөлә - тағы бер юл буйы комплексыӨфөлә - тағы бер юл буйы комплексы
Өфөлә - тағы бер юл буйы комплексы

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө ҡалаһы биләмәһендә юлсыларҙы хеҙмәтләндереү маҡсатында ҡала комплексы төҙөү буйынса инвестиция проекты Өҫтөнлөклө проекттар иҫәбенә индерелгән.

“Топливная компания ИРБИС-РБ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөлөштөң инвесторы булып тора. Бындай объекттар халыҡты даими хеҙмәтләндереү, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы юлда кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Өҫтөнлөклө инвестиция проекттарында ҡатнашыусы тағы бер проект менән таныштырҙы.

– Унда автояғыулыҡ станцияһы, кафе һәм шиномонтаж бинаһы төҙөү ҡарала. Ҙур ҡала өсөн юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы хеҙмәтләндереү буйынса тағы ла бер комплекс барлыҡҡа килеүе көндәлек ихтыяжға бәйле. Беренсенән, был проект ғәмәлгә инһә, ҡала буйлап хәрәкәт тә уңайлыраҡ буласаҡ. Икенсенән, был Өфө юлдарында дөйөм хеҙмәтләндереү сифатын да күтәрәсәк, – тине Рөстәм Моратов.

Проектты 2022 – 2023 йылдарҙа ғәмәлгә ашырыу ҡаралған. Инвестиция күләме 100 миллион һум тәшкил итә. Төҙөлөшкә аҡса биргән “Топливная компания ИРБИС-РБ” йәмғиәте “ТранзитСити” компаниялары төркөмөнә инә. Инвестор уйлаған эшен ғәмәлгә ашырһын өсөн Өфө биләмәһендә ер участкаһы һайланған.

Яңы юл буйы комплексында 25 кешегә эш урыны булдырыласаҡ. Проектты ғәмәлгә ашырыу Башҡортостандың туплау бюджетына тулыландырған һалым килемен дә арттырасаҡ.

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы проекттың кураторы булып тора.        

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас