Иҡтисад
21 Сентября 2022, 15:00

“Халыҡтар дуҫлығы урамы” асылды

Беҙҙә атты нисек эйәләштергәндәр? Донъялағы тәүге арба ҡайһы ерҙә табылған?

“Халыҡтар дуҫлығы урамы” асылды“Халыҡтар дуҫлығы урамы” асылды
“Халыҡтар дуҫлығы урамы” асылды

"Транспорт һәм төҙөлөш" халыҡ-ара конгресы сиктәрендә "Конгресс" паркында "Халыҡтар дуҫлығы урамы" тип аталған павильон эш башланы.

Бында Башҡортостан халыҡтарының һәм форумда ҡатнашҡан башҡа милләт вәкилдәренең этник ихаталары менән танышырға мөмкин. Атап әйткәндә, урыҫ, башҡорт, татар, белорус, үзбәк, ҡаҙаҡ ихаталарын күрергә була.

- “Халыҡтар дуҫлығы урамы" үҙәгендә башҡорт атына арналған арт-объекттар урынлашҡан. Мәҫәлән, атты эйәләштереүҙең нисек барғаны тураһында мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә йылҡы малын биш-алты мең йыл элек эйәләштергәндәр. Әйткәндәй, донъялағы тәүге арба Көньяҡ Урал биләмәһендә - хәҙерге Силәбе өлкәһендә, Сибайҙан 70 саҡрым самаһы алыҫлыҡта табыла, — ти Башҡортостандың туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев.

"Халыҡтар дуҫлығы урамы" павильонына килеүселәр, Башҡортостан халыҡтары тормошонан ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышыуҙан тыш, сувенирҙар, бал, һөнәрселек әйберҙәре, ҡул эштәре һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ бында милли ризыҡтарҙан да ауыҙ итергә була.

Күргәҙмә 23 сентябргә тиклем бара. Эш ваҡыты: 9.00 - 19.30 сәғәттәрҙә. Инеү бушлай.

Игорь Тонконогий фотолары.

“Халыҡтар дуҫлығы урамы” асылды
“Халыҡтар дуҫлығы урамы” асылды
“Халыҡтар дуҫлығы урамы” асылды
“Халыҡтар дуҫлығы урамы” асылды
“Халыҡтар дуҫлығы урамы” асылды
“Халыҡтар дуҫлығы урамы” асылды
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас