Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Сентябрь , 22:45

Киләһе йыл 200 яңы трактор килтереләсәк

Был хаҡта килешеүгә бөгөн ҡул ҡуйылды.

Киләһе йыл 200 яңы трактор килтереләсәк
Киләһе йыл 200 яңы трактор килтереләсәк

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Минск трактор заводы киң хеҙмәттәшлек ойоштороу маҡсатын белдерҙе.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Беларусь Республикаһы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының беренсе урынбаҫары Сергей Федченко һәм Минск трактор заводы генераль директоры Виталий Вовк тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Эшлекле осрашыу Өфөләге "Транспорт һәм төҙөлөш" халыҡ-ара конгресында үтте.

— Документта республиканың ауыл хужалығы тармағын техника, запас частар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин итеү ҡаралған. Атап әйткәндә, 2023 йылда республикаға заводтан тура 200 берәмек “Беларус” техникаһы ебәреү планлаштырыла. Бөгөн “МТЗ” ҡорамалдарына ихтыяж ҙур, был етештереүсенең тракторҙары ауыл хужалығы тармағының дөйөм трактор паркының 53 процентын тәшкил итә. Шуға ла беҙ тығыҙ хеҙмәттәшлеккә ынтылабыҙ, — тине Илшат Фәзрахманов.

Беларусь Республикаһы беҙҙә дилер үҙәктәре, шулай уҡ запас частар келәттәре, гарантия һәм гарантиянан һуң хеҙмәтләндереү үҙәге ойошторор тип планлаштырыла.

Беларусь Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының беренсе урынбаҫары Сергей Федченко менән һөйләшеүҙәр барышында Илшат Фәзрахманов ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтте. Шулай уҡ малсылыҡ ҡорамалдары менән тәьмин итеү, орлоҡ етештереү, ашламалар менән тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

Фото һәм текст сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Киләһе йыл 200 яңы трактор килтереләсәк
Киләһе йыл 200 яңы трактор килтереләсәк
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в