Иҡтисад
21 Сентябрь 2022, 15:30

МАЗ техникаһы республика баҙарына сыға

Беларусь предприятиелары техникаһы беҙҙә торлаҡ-коммуналь, юл, төҙөлөш, ауыл хужалығы өлкәләрендә ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.

МАЗ техникаһы республика баҙарына сығаМАЗ техникаһы республика баҙарына сыға
МАЗ техникаһы республика баҙарына сыға

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 21 сентябрҙә Өфө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Беларусь Премьер-министры Роман Головченко Минск автомобиль заводының (МАЗ) яңы дилер үҙәген асыуҙа ҡатнашты. Ул Михайловка ауылы майҙанында урынлашҡан.

 “2021 йылдың ноябрендә беҙ республика баҙарына МАЗ техникаһын килтереүҙе планлаштырғайныҡ. Ярты йыл эсендә Беларустағы хеҙмәттәштәр менән заманса дилер үҙәген төҙөп тә ҡуйҙыҡ. Был проекттың киләсәге өмөтлө булыуына шик юҡ. Хәйерле сәғәттә!” - тине сығышында төбәк Башлығы.

Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко МАЗ-дың төрлө деталдәр, агрегаттар етештергән Рәсәй предприятиелары менән тығыҙ бәйләнештә эшмәкәрлек итеүен билдәләне.

“Үҙәктә күрһәтелгән автомобилдәр - Беларусь һәм Рәсәй машина төҙөүселәренең уртаҡ эш һөҙөмтәһе. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә беҙ импорт деталдәргә алмашҡа заманса яҡшыны етештерә башланыҡ. Һис шикһеҙ, яңы машиналар үҙ ҡулланыусыһын табасаҡ”, - тине Роман Головченко.

Радий Хәбиров Минск автомобиль заводының дилер үҙәге асылыуы тураһында социаль селтәрҙәрҙә лә тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

“Был ҙур ваҡиға. Беренсенән, Беларусь предприятиелары техникаһы беҙҙә торлаҡ-коммуналь, юл, төҙөлөш, ауыл хужалығы өлкәһендә ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. МАЗ етештергән машиналар сифатлы, бик яҡшы техник характеристикалы. Улар тулыһынса Рәсәй һәм Беларусь Республикаһында етештерелә – ремонт, запас частар менән проблема юҡ.

Икенсенән, беҙ Беларусь һәм Башҡортостан араһындағы сәнәғәт кооперацияһын нығытыуға йәнә бер аҙым эшләнек. Республика инвесторға проектты тормошҡа ашырыуҙың һәр этабында ярҙам итәсәк. Үҙ сиратыбыҙҙа ҙур ихтыяж менән ҡулланылған продукция етештерәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото һәм сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/157866.html

Автор:Римма Султанова
Читайте нас