

Бөгөн Өфөлә барған “Транспорт һәм төҙөлөш” 1-се халыҡ-ара конгресының пленар ултырышы булды. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙҙәре менән асылды.
“Беҙҙә бөгөн ваҡиғаларға тулы көн, ижади үҫеште дауам итәбеҙ. Һәйбәт заманда йәшәйбеҙ, төҙөлөш шул тиклем дә киң ҡолас алды, уның масштабына һоҡланмау мөмкин түгел”, – тине республика етәксеһе. Ул ултырышта ҡатнашҡан Беларусь Республикаһы делегацияһына ошондай ауыр заманда беҙҙең төбәккә килгән һәм ҙур ваҡиғала ҡатнашҡан өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, артабан бындай йыйындар даими үткәрелеп торасаҡ.
“Стратегия 2030 – Төҙөлөш һәм транспорт. Яңы саҡырыуҙар” тип аталған был ултырышта Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко шундай киң күләмле бизнес-ваҡиғаның хәҙерге ҡатмарлы иҡтисади заманда ҙур әһәмиәткә эйә булыуы тураһында һөйләне.
Артабан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, “Автодор” дәүләт компанияһының идара рәйесе Вячеслав Петушенко, “КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин, “Сколково” фондының вице-президенты Алексей Беляков сығыш яһаны. Ултырышты уның спикеры, Рәсәй тележурналисы Марианна Максимовская алып барҙы.
Автор фотоһы.