Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Сентябрь , 23:00

"Сармат алтыны" коллекцияһы һоҡландырҙы

Донъя әһәмиәтендәге фәнни асыш ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

"Сармат алтыны" коллекцияһы һоҡландырҙы
"Сармат алтыны" коллекцияһы һоҡландырҙы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Белоруссия Премьер-министры Роман Головченко Рәсәй Фәндәр академияһының Раил Кузеев исемендәге Өфө дәүләт археология һәм этнография музейында булды.

Бында сармат алтыны коллекцияһы — беҙҙең эраға тиклем IV быуаттың уникаль алтын әйберҙәре һаҡлана.

Институт директоры Сергей Емелин әйтеүенсә, үҙенең тарихи-мәҙәни әһәмиәте буйынса сармат алтыны баһалап бөткөһөҙ нөсхә булып тора, донъяла уның аналогтары юҡ.

1987-1988 йылдарҙа билдәле археолог Анатолий Пшеничнюк Филиппов ҡурғанынан ҡаҙып алған уникаль алтын әйберҙәр археология фәненә шундай исем менән килеп инде. Был табыш донъя әһәмиәтендәге фәнни асыш тип баһаланды. Тап улар Дала Евразияһының ҙур мәҙәни, иҡтисади һәм сәйәси үҙәктәренең береһе булараҡ Көньяҡ Уралға ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итте.

Сармат алтыны Рәсәй һәм сит илдәрҙәге күргәҙмәләргә ҡуйылды.

Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

"Сармат алтыны" коллекцияһы һоҡландырҙы
"Сармат алтыны" коллекцияһы һоҡландырҙы
"Сармат алтыны" коллекцияһы һоҡландырҙы
"Сармат алтыны" коллекцияһы һоҡландырҙы
"Сармат алтыны" коллекцияһы һоҡландырҙы
"Сармат алтыны" коллекцияһы һоҡландырҙы
"Сармат алтыны" коллекцияһы һоҡландырҙы
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в