Иҡтисад
21 Сентябрь 2022, 11:30

Төҙөлөшкә кадрҙар кәрәк

Өфөлә “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы эшлекле шарттарҙа дауам итә. 

Төҙөлөшкә кадрҙар кәрәкТөҙөлөшкә кадрҙар кәрәк
Төҙөлөшкә кадрҙар кәрәк

Өфөлә дауам иткән “Транспорт һәм төҙөлөш” Халыҡ-ара конгресының сираттағы ултырышы төҙөлөш өсөн кадрҙар әҙерләүгә арналды.

“Төҙөлөш лидерҙары. Төҙөлөш тармағындағы иң яҡшы лидерҙарға эйәреү” тип аталған был ултырышта Бөтә Рәсәй милли төҙөлөш сәйәсәте үҙәге етәксеһе Владимир Моор һөйләүенсә, ошо Үҙәк үткәргән лидерҙар конкурсында быйыл ғына ла 45 төбәк ҡатнашҡан, уларҙан тыш Луганск һәм Донецк республикаларынан, Белоруссиянан да вәкилдәр булған.

Рәсәй Төҙөлөш министрлығының Кадрҙар үҙәге етәксеһе Елена Сенкевичтың сығышы тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләүгә арналды. Уның әйтеүенсә, төҙөлөштә кадрҙарға ҡытлыҡ эш күләмен ныҡ ҙурайыуына һәм төҙөлөш өсөн материалдар етештереүҙең артыуына бәйле. Министрлыҡтағы Кадрҙар үҙәге ошо ҡвытлвҡты еңеү маҡсатында ойошторолған да инде. Әле күрелгән һәм планлаштырылған саралар араһында дөйөм урта белем мәктәптәренә төҙөлөш (инженерҙар) программаһын индереү, төҙөлөш объекттарында йәш эшселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу, мәғлүмәт таратыу буйынса ҙур эш башҡарыу һәм башҡалар бар.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Төҙөлөшкә кадрҙар кәрәк
Төҙөлөшкә кадрҙар кәрәк
Төҙөлөшкә кадрҙар кәрәк
Төҙөлөшкә кадрҙар кәрәк
Төҙөлөшкә кадрҙар кәрәк
Төҙөлөшкә кадрҙар кәрәк
Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас