Иҡтисад
21 Сентябрь 2022, 12:40

Яңы завод төҙөлә башлай

Белоруссияның “Амкодор” компанияһы республикала ауыл хужалығы техникаһы етештереү буйынса завод төҙөй башлай.

Яңы завод төҙөлә башлайЯңы завод төҙөлә башлай
Яңы завод төҙөлә башлай

Әлеге ваҡытта Башҡортостанға эш сәфәре менән Беларусь делегацияһы килде. Ошо айҡанлы республикала күп саралар үтә. Уларҙың береһе тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы.

“Беҙ ҙур, мөһим инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра башлайбыҙ – Белоруссияның “Амкодор” компанияһы республикала ауыл хужалығы техникаһы етештереү буйынса завод төҙөй башлай. Бында игенде урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар сығарыласаҡ.

Төҙөлөшкә символик стартты бөгөн бирҙек – Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко һәм “Амкодор” компанияһының директорҙар советы рәйесе Александр Шакутин менән буласаҡ завод нигеҙенә капсула һалдыҡ.

Был проект беҙгә нимә бирә? Машиналар эшләү өлкәһендә юғары компетенциялар. Был беҙҙең үҫешеүсе ауыл хужалығына кәрәкле продукция.

Яңы завод “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә үҫәсәк. Әле бында майҙансыҡ әҙерләйҙәр. Инвестициялар күләме – 1 миллиард һумдан ашыу, 250 кеше эшләйәсәк. Тәүге продукциябыҙҙы киләһе йыл Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында уҡ күрербеҙ тип ышанабыҙ”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас