Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь , 19:45

“Ҡалалар төҙөйбөҙ” күргәҙмәһе иғтибарҙы йәлеп итте

Ҙур павильонда - Өфө төҙөүселәренең иң яҡшы проекттары.

“Ҡалалар төҙөйбөҙ” күргәҙмәһе иғтибарҙы йәлеп итте
“Ҡалалар төҙөйбөҙ” күргәҙмәһе иғтибарҙы йәлеп итте

“Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы эше барышында сара ҡунаҡтары Башҡортостан төҙөүселәренең “Ҡалалар төҙөйбөҙ” тигән күргәҙмәһен ҡарай алды.

Ҙур павильонда Өфө төҙөүселәренең иң яҡшы проекттары ҡуйылды. Бында республикала төҙөлгән барлыҡ тиерлек торлаҡ йорттар менән танышырға мөмкин ине. Белгестәр йорттар, фатирҙы планировкалау, буласаҡ ихаталар һәм башҡалар тураһында һөйләне.

- Бында төҙөүселәрҙең һәм банктарҙың иғтибары йәлеп ителде. Бынан тыш, бында килеүселәр өсөн түбән хаҡтар марафоны үткәрелде. Күргәҙмәгә килеп, проекттар менән танышырға, бынан уҡ төҙөлгән проектҡа барырға һәм банк белгестәре менән ипотека тураһында ентекләп аралашырға мөмкин булды. Барыһы ла уңайлы һәм бер урында, - тине Башҡортостан Төҙөүселәр ассоциацияһы башҡарма директоры урынбаҫаоы Салауат Агеев.

Бынан тыш, бизнес өсөн төҙөлөш конструкцияларынан һәм материалдарҙан торған ике стенд та бик ҡыҙыҡлы булды.

Фото: mgazeta.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в