Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь , 19:30

Бында хәл айырыуса киҫкен

Шишмә районының Әлкә ауылы биләмәһендәге баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә юлдарҙы төҙөкләндерәләр.

Бында хәл айырыуса киҫкен
Бында хәл айырыуса киҫкен

Республикалағы 877 баҡсасылыҡ ширҡәтенең 75-е Шишмә районының Әлкә ауыл биләмәһендә урынлашҡан. Дим йылғаһы буйындағы коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә юлдарға бәйле хәлдәр айырыуса киҫкен тора.

“Районда тимер юлдарҙың күп булыуы ла үтеүҙе ҡатмарлаштыра. Тоннелдәр аша юлдар еңел автомобилдәр өсөн генә, йөк машиналарының күбеһе үтә алмай. Урап үтеү юлы иһә ҡоро көндәрҙә һәм ҡышҡыһын ғына яҡшы. Яҙ, көҙ юлдар йыуыла, - ти Әлкә ауылы биләмәһе башлығы Дилара Бикташева. – Дөйөм алғанда, баҡсаларҙа 15 мең тирәһе кеше йәшәй. Һуңғы ваҡытта улар бында айырыуса күпләп төпләнә”.

Элек Лаврентий Свечниковтың бында баҡсаһы ғына булған. Әммә бер йыл элек йорт һатып алған һәм хәҙер ғаиләһе менән Дим буйындағы тынлыҡта йәшәй. "Яңы юл ҡыҫыҡ тоннель аша үткән асфальт юлды бушатасаҡ. Әлегә баҡсаларҙа төҙөлөш йылдам бара. Эш кәрәк-яраҡтарын ташыу ҙа автоматик рәүештә хәл ителәсәк", - ти ул.

Әле Әлкә ауылы биләмәһендә эш йылдам бара. Уҙытамаҡ – Яңы Михайловка юлы участкаһында 2,5 километр арауыҡты тигеҙләйҙәр, ҡом һибәләр. Юл киңлеге – алты, бейеклеге бер метр тирәһе тәшкил итә.

"Файҙаланған материал урындағы - Сәлих ауылы эргәһендәге - карьерҙан", - тип ремонт эштәрен башҡарған “СтройЭколог” йәмғиәте мастеры Урал Ғизетдинов.  

Фото: Шишмә районы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в