

Илдең 22 төбәгендә Россельхозбанк тарафынан ойошторолған “Фермерҙар мәктәбе” эш башланы. Йәмғеһе 650 кеше белемен камиллаштырып, тәжрибә уртаҡлашып, яңы көс менән эшкә тотонасаҡ. Башҡортостан ауыл хужалығы университетында 40 крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәре уҡыу башланы. Улар ике айҙан ашыу дәрестәр тыңлаясаҡ. Теория һәм практика үтәсәк, яңы бизнес-план төҙөү үҙенсәлектәрен өйрәнәсәк. Яңы эш башлағандар тәжрибәле эшҡыуарҙарҙың кәңәштәрен тыңлаясаҡ, хужалыҡтарының һөҙөмтәлелеген арттырыу алымдарын беләсәк.
Республикала “Фермерҙар мәктәбе” алтынсы тапҡыр үткәрелә. Башҡортостандан 200 кеше белемен камиллаштыра. Быға тиклем йәшелсә үҫтереү, сыр эшләү, ҡошсолоҡ, агротуризм йүнәлеше буйынса белем алһа, әле ит эшкәртеү йүнәлеше буйынса уҡыйҙар.
Рәсәй ауыл хужалығы банкыһының Башҡортостан бүлексәһе директоры Алексей Самсонов, алтынсы ағым тыңлаусыларын тәбрикләне:
Фотолар Башҡортостан ауыл хужалығы университеты сайтынан алынды.