Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь , 11:15

Киләһе йыл 200 яңы трактор киләсәк

Был хаҡта килешеүгә бөгөн ҡул ҡуйылды

Киләһе йыл 200 яңы трактор киләсәк
Киләһе йыл 200 яңы трактор киләсәк

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы һәм Минск трактор заводы күләмле хеҙмәттәшлек тураһында белдерҙе. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Белорусь Республикаһы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының беренсе урынбаҫары Сергей Федченко һәм Минск трактор заводы генераль директоры Виталий Вовк тейешле килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Эшлекле осрашыу "Транспорт һәм төҙөлөш" халыҡ-ара конгресы сиктәрендә үтте.

— Документта республиканың ауыл хужалығы тармағын техника, запас частар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин итеү ҡаралған. Атап әйткәндә, 2023 йылда республикаға заводтан тура 200 берәмек “Белорус” техникаһы ебәреү планлаштырыла. Бөгөн “МТЗ” ҡорамалдарына ихтыяж ҙур, был етештереүсенең тракторҙары ауыл хужалығы тармағының дөйөм трактор паркының 53 процентын тәшкил итә. Шуға ла беҙ тығыҙ хеҙмәттәшлек менән ҡыҙыҡһынабыҙ, — тине Илшат Фәзрахманов

Белорус яғы иһә республикала дилер үҙәктәре, шулай уҡ запас частар складтары, гарантия һәм гарантиянан һуң хеҙмәт үҙәге ойошторор тип планлаштырыла.

Белорус Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының беренсе урынбаҫары Сергей Федченко менән һөйләшеүҙәр барышында Илшат Фәзрахманов ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Шулай уҡ малсылыҡ ҡорамалдары менән тәьмин итеү, орлоҡ етештереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек, ашламалар менән тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

 

Фото һәм сығанаҡ Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Киләһе йыл 200 яңы трактор киләсәк
Киләһе йыл 200 яңы трактор киләсәк
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в