Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь , 22:00

Киләсәк транспортын етештерәләр

Бөгөн “КамАЗ” йәмғиәте предприятиеһы булған “НефАЗ” 45 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Киләсәк транспортын етештерәләр
Киләсәк транспортын етештерәләр

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Тап ошонда, Нефтекама автозаводында, ил баш ҡалаһында осратырға мөмкин булған билдәле Мәскәү электробусын етештерәләр.

Был – бөгөн киләсәк транспорты тип иҫәпләнгән заманса, экологик һәм экономиялы транспорт. Ул тауышһыҙ, ҡала экологияһына зыяны юҡ. Кисә “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресс сиктәрендә электробустар үҫеше перспективалары тураһында һөйләшеү булды. Яҡын арала транспорт реформаһына ярашлы республикабыҙҙа сафҡа индерәсәкбеҙ.

Бөгөн “КамАЗ” йәмғиәте предприятиеһы булған “НефАЗ” 45 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был ваҡыт эсендә ул ҙур юл үткән. “КамАЗ-5511” автосамосвалын йыйыуҙан башлаған компания Рәсәйҙәге заманса автотранспорт техникаһын етештереүсегә әүерелде”, - тине ул.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры туристик автобустарҙы сығарыу перспективаһы тураһында яҙған һәм “НефАЗ” хеҙмәткәрҙәрен юбилей, етеп килгән һөнәри байрамдары – Машина эшләүселәр көнө менән ҡотлаған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в