Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь , 20:00

“НефАЗ” 45 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Предприятие хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарын Андрей Назаров ҡотланы.

“НефАЗ” 45 йыллыҡ юбилейын билдәләй
“НефАЗ” 45 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “НефАЗ” хеҙмәткәрҙәрен предприятиеның 45 йыллығы һәм етеп килгән һөнәри байрамдары – Машина төҙөүселәр көнө менән ҡотланы.

Андрей Назаров завод хеҙмәткәрҙәренә юғары наградалар тапшырҙы, шулай уҡ, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Юбилей проспектында ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.

Андрей Назаров предприятиеның етештереү ҡеүәтен ҡараны һәм “НефАЗ” йәмғиәтенең беренсе ун тонналы “КамАЗ-5511” автосамосвалын йыйыуҙан алып заводтың Рәсәйҙәге ҙур автотранспорт техникаһын етештереүсегә әйләнеүен билдәләне.

"Бөгөн “НефАЗ” инновация технологиялары, ышаныслы автомобиль техникаһы һәм юғары мөмкинлектәр булараҡ билдәле. Өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмауығыҙ мөһим. Үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр табыла, завод электробустар һәм троллейбустар сығарыуҙы үҙләштерҙе, - тине Премьер-министр. – Предприятиеның Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендә өлөшө мөһим. Был ябай булмаған ваҡытта һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтегеҙ арҡылы республика яҡшы күрһәткестәргә эйә. Мәҫәлән, ете ай һөҙөмтәһе буйынса сәнәғәт етештереүе индексы уртаса Рәсәй, шулай уҡ Волга буйы федераль округы һөҙөмтәләренән юғарыраҡ".

Премьер-министр үткән 45 йылдың Нефтекама автозаводының данлы тарихының башы ғына икәнлеген билдәләне һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте, шәхсән үҙе исеменән “НефАЗ” хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарын 45 йыллыҡ юбилей, шулай уҡ етеп килгән һөнәри байрамдары – Машина эшләүселәр көнө менән ҡотланы.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в