Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь , 16:45

Оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен!

Уны “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” тип атарға мөмкин.

Оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен!
Оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен!

22 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре барышында беренсе “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы сиктәрендә  “Яңауыл” станцияһындағы күперҙе асыу тантанаһында ҡатнашты.

“Яңауыл” – Башҡортостандың көньяғындағы беренсе ҙур тимер юл станцияһы. Шуға уны “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” тип атарға мөмкин. Ул ҡала үҙәгендә урынлашҡан һәм ҙур пассаржирҙар трафиғы булараҡ баһалана. Көн һайын биш мең тирәһе кеше файҙалана.
 

– 2020 йылда Рәсәй тимер юлдары менән яңы 100 метрлыҡ күпер төҙөүҙе башлау тураһында һөйләшкәйнек. Ул өр-яңы заманса ҡарарҙарҙы иҫәпкә алып проектланған. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ихтыяжы ла иҫәпкә алынды. Проектҡа 150 миллиондан ашыу һум сарыф ителде. Күпер 11 эшсе тимер юлды киҫеп үтә һәм ҡаланың тимер юл менән бүленгән ике яғы өсөн дә берҙән-бер хәүефһеҙ бәйләнеш булып тора, - тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тимер юлсыларға һәм проект өҫтөндә эшләгән конструкторҙарға, инженерҙарға һәм эшселәргә рәхмәт белдерҙе.

- Бөгөнгө сара – уңайлы ҡала мөхитенә индерелгән һиҙелерлек өлөш. Төҙөлөш тамамланыуы һәм рәсми асылыу менән ҡотлайым. Әйҙә ул оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен! - тине Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в