Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь , 11:45

Яңы саҡырыуҙарға әҙербеҙ

Беларусь Премьер-министры Роман Головченко конгрестың көн тәртибе донъя иҡтисадының турбулентлығы, санкция баҫымы шарттарында логистика сылбырын өҙөү осоронда айырыуса көнүҙәк булыуын билдәләне

Яңы саҡырыуҙарға әҙербеҙ
Яңы саҡырыуҙарға әҙербеҙ

21 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Беларусь Премьер-министры Роман Головченко “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресының пленар ултырышында ҡатнашты. Был форум йыл һайын ойоштороласаҡ һәм элек уҙғарылған “Урал транспорты” менән “УралСтройИндустрия” ны алмаштырасаҡ.

Пленар ултырыш башланыр алдынан Радий Хәбиров һәм Роман Головченко конгрестың экспозиция майҙансығын ҡараны. Унда “Алға хәрәкәт” махсуслаштырылған күргәҙмәһе бара. Улар Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең эре компанияларының ҡаҙаныштары һәм тармаҡ проекттары менән танышты.

Павильондарҙың береһендә ҡунаҡтарҙы республика пилотһыҙ авиация кластеры менән таныштырҙылар. Уның базаһында узелдар һәм агрегаттар етештереүҙе ойоштороу, шулай уҡ заманса инфраструктура – дата-үҙәк, һынау полигоны, зарядлау станциялары булдырыу күҙаллана.

Радий Хәбиров менән Роман Головченко шулай уҡ “Ҡала төҙөйбөҙ” экспозицияһын ҡараны. Унда республиканың эре төҙөүселәре, төҙөлөш материалдары һәм ҡорамалдар етештереүселәре үҙ проекттарын тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы Беларусь Премьер-министрына Өфөлә төҙөлөргә күҙалланған Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы проекты хаҡында һөйләне. Студенттар белем алһын, фән һәм спорт менән шөғөлләнә алһын, мәҙәни саралар үткәрә алһын өсөн биналар һәм ҡоролмалар комплексы бөтә кәрәкле инфраструктураны үҙ эсенә аласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кампус проекты Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының конкурс һайлап алыуында еңеүселәр иҫәбенә инде. Ул бюджет гранты формаһында дәүләт ярҙамы аласаҡ.

Башҡортостандың баш ҡалаһында тормошҡа ашырылған тағы бер ҙур проект – Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы. Роман Головченкоға уның тураһында һөйләнеләр: ул 1,2 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы автомобиль юлы тоннелен, 2,6 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы эстакада өлөшө менән Өфө йылғаһы аша күпер үткәүелен һәм М-5 “Урал” федераль трассаһына сығыу урыны менән 10 километр автомобиль юлы участкаһын һалыуҙы күҙ уңында тота.

Беларусь Премьер-министрын шулай уҡ Күмертау авиапредприятиеһында етештерелгән Ка-32А11ВС вертолеты менән таныштырҙылар. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров күп маҡсатлы машина ҡотҡарыусыларға ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тиҙ арала эш итеү өсөн яңы мөмкинлектәр асты тип билдәләне.

“Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресының пленар ултырышының темаһы – “Стратегия-2030 – яңы саҡырыуҙар”. Унда ҡатнашыусылар заманса шарттарҙа инфраструктура үҫешенең төп мәсьәләләрен тикшерҙе.

Үҙ сығышында төбәк Башлығы Радий Хәбиров Белоруссияның Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мөһим стратегик партнеры булыуын билдәләне.

– Белоруссия делегацияһы сәфәре сиктәрендә үҙ-ара эш итеүебеҙҙең, шул иҫәптән төҙөлөш һәм транспорт өлкәһендәге төп мәсьәләләрен тикшерҙек, – тине Радий Хәбиров. – Конгресс тәжрибә уртаҡлашыу, мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү һәм артабан алға барыу өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡҡа әйләнер, тип ышанам. Форумда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңышлы эш теләйем.

Беларусь Премьер-министры Роман Головченко конгрестың көн тәртибе донъя иҡтисадының турбулентлығы, санкция баҫымы шарттарында логистика сылбырын өҙөү осоронда айырыуса көнүҙәк булыуын билдәләне.

– Беҙ саҡырыуҙарға айыҡ яуап бирәбеҙ, ғәҙәти булмаған ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ һәм Рәсәй менән ҡулға-ҡул тотоношоп ошо еңел булмаған юл буйлап барабыҙ. Бергәләп яңы инфраструктура төҙөйбөҙ, партнерҙарыбыҙ менән тотороҡло транспорт коридорҙары булдырабыҙ. Асылда иһә, киләсәккә иҫәп менән заманса логистик карта булдырыу, – тине Роман Головченко. – Алда ҙур һәм ҡатмарлы юл, ләкин бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ тип ышанам. Айырыуса Башҡортостан кеүек яҡшы дуҫтар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә һәм партнерлыҡта.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в