Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь , 10:30

Яңы заводта 250 эш урыны булдырыласаҡ

Шулай уҡ “АМКОДОР”ҙың инвестиция пландарында – Өфөнөң Октябрь районында техниканың киң спектрын хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәген булдырыу

Яңы заводта 250 эш урыны булдырыласаҡ
Яңы заводта 250 эш урыны булдырыласаҡ

21 сентябрҙә Өфө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Беларусь Премьер-министры Роман Головченко “АМКОДОР” компанияһының ауыл хужалығы ҡорамалдары етештереү буйынса заводын төҙөүгә старт бирҙе. Тантаналы сарала улар “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә буласаҡ етештереү корпусы нигеҙенә ваҡыт капсулаһы һалды.

Яңы предприятиеға индустриаль парк резиденттарына ярашлы ташламалар булдырыласаҡ. Бынан тыш, Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды льготалы займ алыуҙа ярҙам күрһәтәсәк. Завод өсөн тейешле инфраструктура менән 6,4 гектар майҙан әҙерләнгән дә инде. Производствоны 2023 йылда асыу күҙаллана.

“АМКОДОР”ҙың директорҙар советы рәйесе Александр Шакутин завод асылғандан һуң унда яҡынса 250 белгестең эшләйәсәге хаҡында һөйләне.

Шулай уҡ “АМКОДОР”ҙың инвестиция пландарында – Өфөнөң Октябрь районында техниканың киң спектрын хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәген булдырыу. Ошо башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн 105 миллион һум йүнәлтелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың майында “Инвестиция сәғәте”ндә компания проекттары пулын хупланы. Һалынған аҡсаның дөйөм күләме 2,5 миллиард һумға баһалана.

Беларусь Премьер-министры Роман Головченко һөйләүенсә, завод төҙөү – ул Союз дәүләтен үҫтереү сиктәрендә тормошҡа ашырылған яңы проекттарҙың бер өлөшө.

– Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм республика етәкселегенең беҙгә етди ярҙам күрһәтеүе мөһим. Төҙөлөш майҙансығында Рәсәй партнерҙары етештереүенең комплектлаусы һәм конструкциялары файҙаланыласаҡ. Шулай итеп, беҙ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сифатлы һәм конкурентлыҡҡа һәләтле продукция сығарыуҙы ойошторорға планлаштырабыҙ, - тине Роман Головченко.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в