

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, фекер алышыуҙа Милли төҙөлөш сәйәсәтенең Бөтә Рәсәй үҙәге еткәсеһе, “Опора России” комитеты рәйесе Александр Моор, Рәсәй Төҙөлөш министрлығының кадрҙар үҙәге етәксеһе Еелена Сенкевич, Башҡортостандың аваариялы торлаҡ фондын күҙәтеү үҙәге директоры Виталий Гайдук, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының ҡала төҙөлөшө һәм биләмәләрҙе үҫтереү буйынса урынбаҫары Кирилл Чистяков ҡатнашты.
“Башҡортостан өсөн биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү – яңы мөмкинлектәр ул. Проектты тормошҡа ашырыу кешеләрҙе авариялы һәм иҫке йорттарҙан күсерергә, йорттарҙы һәм транспорт инфраструктураһын яңыртырға мөмкинлек бирәсәк”, – тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
Сессия барышында унда ҡатнашыусылар Башҡортостандың биләмәләрҙе үҫтереүҙә ҙур тәжрибәгә эйә булыуын билдәләне һәм федераль кимәлдә беренсе тапҡыр биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса конгресс үткәрергә ҡарар итте.
Фото: pravitelstvorb.ru.