Иҡтисад
23 Сентябрь 2022, 18:15

Өфөнән яңы рейстар асыу ҡарала

“Азимут” авиакомпанияһының директорҙар советы рәйесе Павел Удод Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.

Өфөнән яңы рейстар асыу ҡаралаӨфөнән яңы рейстар асыу ҡарала
Өфөнән яңы рейстар асыу ҡарала

23 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда “Азимут” авиакомпанияһының директорҙар советы рәйесе Павел Удод менән осрашты. Көн тәртибендә – ташыу өлкәһендә халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Республика Башлығы бөгөнгө социаль-иҡтисади шарттарҙа халыҡтың эске авиарейстарға иғтибары артыуын билдәләне. Бынан тыш, Башҡортостанға илдең башҡа төбәктәренән туристар ағымы арта. Ошоға бәйле, ҙур ихтыяж менән файҙаланылған осоштарҙың географияһын һәм йышлығын үҫтереү мөһим.

– “Азимут” компанияһы – һауа ташыуҙарында беҙҙең стратегик уҙаҡташ. Өфөнән яңы рейстар асырға ниәтләйбеҙ. Авиация тармағында яҡшы мөмкинлектәрҙе күрәбеҙ һәм яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа булышлыҡ итергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Авиакомпанияның директорҙар советы рәйесе Павел Удод республикала граждандар авиацияһын үҫтереүгә йүнәлтелгән иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул “Өфө” халыҡ-ара аэропортының эште ойоштороуын юғары баһаланы һәм “Азимут”тың киләһе йылда Рәсәй эсендәге осоштар иҫәбенә күләмде арттырырға планлаштырыуы тураһында һөйләне. Бының өсөн компания паркы беҙҙең илдә етештерелгән өс “Сухой Суперджет-100” самолеты менән тулыландырыласаҡ.   

"Ташыу күләме буйынса беҙ Рәсәй авиакомпаниялары араһында тәүге унау иҫәбендәбеҙ. Өфө – ташыу күҙлегенән илдең ылыҡтырғыс авиация үҙәктәренең береһе", – тип билдәләне Павел Удод.  

“Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев хәбәр итеүенсә, баш ҡаланың һауа ҡапҡаһы коллективы бөгөн өс миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе. Шул уҡ ваҡытта аэропорттың инфраструктураһы пассажирҙар ағымын йылына 5,5 миллион кешегә тиклем еткерә ала.

Башҡортостан Башлығы “Азимут” авиакомпанияһы етәкселегенә республиканың Трансопрт министрлығы һәм туроператорҙары менән берлектә Сәмәрҡәнд, Минск, Тель-Авив халыҡ-ара рейстарын асыу мөмкинлектәрен ҡарарға тәҡдим итте.

Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Павел Удодты Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланы.        

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас