Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Сентябрь , 18:30

Хәҙер Шакша яғынан йөрөү уңайлы

"Был – беҙҙең “Приуралье” идаралығынан хеҙмәттәштәребеҙ 2019 йылда башлаған ҙур эштең бер өлөшө".

Хәҙер Шакша яғынан йөрөү уңайлы
Хәҙер Шакша яғынан йөрөү уңайлы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә реконструкциянан һуң Шакша юл сиселешенең асылыуы тураһында хәбәр итте.

Был юл сиселеше Өфөнөң ошо биҫтәһен “Урал” М-5 федераль трассаһы менән тоташтыра. Эш йәй буйы барҙы һәм был осорҙа федераль трассанан Шакшаға инеү юлы ябылып торҙо.

“Хәҙер бында яңы юл сиселеше барлыҡҡа килде, автомобилдәрҙе үткәреү мөмкинлеге артты, машинала үтеү уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк була башланы, – тип яҙҙы республика етәксеһе. – Был – беҙҙең “Приуралье” идаралығынан хеҙмәттәштәребеҙ 2019 йылда башлаған ҙур эштең бер өлөшө. Ул 14,3 километр оҙонлоҡтағы юлды реконструкциялауҙы күҙ уңында тота”.

Планға ярашлы, бөтә эш 2023 йылға тамамланырға тейеш.

Фото: bashinform.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас в