Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Сентябрь , 20:15

Иғтибар үҙәгендә - экология мәсьәләһе

Благовещен ҡалаһында Радий Хәбиров Виктория Абрамченко менән осрашты.

Иғтибар үҙәгендә - экология мәсьәләһе
Иғтибар үҙәгендә - экология мәсьәләһе

23 сентябрҙә Благовещендағы “ПОЛИЭФ” предприятиеһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән республикаға килгән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко менән осрашты.

Көн тәртибендә экология, ауыл хужалығы мәсьәләләре, төбәктә милли һәм төбәк проекттарын, шул иҫәптән ”Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу барышы ҡаралды.

– Һеҙҙе Башҡортостанда күреүебеҙгә, Благовещендағы “ПОЛИЭФ”та яңы производствоны асыу шатлығын уртаҡлашыуығыҙға бик шатбыҙ. Республикаға ярҙам иткәне өсөн Рәсәй Хөкүмәтенә рәхмәт. Үҫештең барлыҡ күрһәткестәре буйынса беҙҙең төбәк яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Һеҙ туранан-тура етәкселек иткән иҡтисад тармағы әүҙем үҫешә. Ауыл хужалығына килгәндә, иген культураларынан гектарынан уртаса 29,3 центнерға тиң уңыш күләме биш миллион тоннаға яҡынлаша. Һауа торошо эшкә ыңғай йоғонто яһай. Ошо көндәрҙә Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченконың эш сәфәре ваҡытында “АМКОДОР” компанияһына иген киптереү комплекстары етештереү буйынса Беларусь предприятиеһын төҙөй башланыҡ. Бының менән эске ихтыяжды, күрше төбәктәр ихтыяждарын тәьмин итәсәкбеҙ. Заводты Рәсәй менән Беларусь Республикаһының унынсы форумына асырға йыйынабыҙ, – тине Радий Хәбиров.  

Ул шулай уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнешенә асыҡлыҡ индереүгә булышлыҡ иткән “Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары–Башҡортостан” системаһы эше алымдары тураһында һөйләне. "Беҙ сүп-сар майҙансыҡтарын һанлаштырҙыҡ. Был - 60 меңдән ашыу контейнер. Төбәк операторҙары көн һайын системаға майҙансыҡтарҙағы элекке һәм хәҙерге хәл-торошто сағыштырып фотолар һала. Был отчеттарҙан алынған мәғлүмәт даими тикшерелә", – тине Радий Хәбиров.  

Осрашыуҙа экологияға бәйле башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Айырып әйткәндә, йыйылған сүп-сарҙы бөтөрөү, бысранған биләмәләрҙе рекультивациялауға иғтибар бүленде.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru

Иғтибар үҙәгендә - экология мәсьәләһе
Иғтибар үҙәгендә - экология мәсьәләһе
Иғтибар үҙәгендә - экология мәсьәләһе
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в