

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко республикала яңы етештереү линияһын асыуҙа ҡатнашты. Ошо хаҡта төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.
"Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко менән Башҡортостанда яңы етештереү линияһын астыҡ. Беҙҙең республикалағы эре предприятиела, Благовещендағы “ПОЛИЭФ” заводында, икенсел – яңынан эшкәртелгән – пластик һауыттарҙан сеймалды файҙаланып, Vivilen rPET гранулалары эшләй башланылар. Был мөһим ваҡиға. Ғәмәлдә, яңы етештереү – дүртәүҙең бергә тупланыуы: интеллектуаль ҡарар, икенсел сеймалды эшкәртеү, экологик мәсьәләне хәл итеү, йәшел яғыулыҡ. Яңы линия ярҙамында ҡалдыҡтар күләме кәмейәсәк. Уның өсөн электр уты ҡояш электр станцияһынан киләсәк.
Был проект беҙҙең өсөн бик яҡын. 2019 йылдан уны республиканың Инвестиция советында бер нисә тапҡыр ҡараныҡ һәм ғәмәлгә ашһын өсөн бөтәһен дә эшләнек – өҫтөнлөктөр бирҙек, коммуникациялар һәм ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәттек.
Уҙаҡташтарыбыҙға – “ПОЛИЭФ” компанияһына һәм “СИБУР” холдингына уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләйем", – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.