

“Бөгөн Өфө халыҡ-ара аэропорты өс миллионынсы пассажирҙы ҡабул итә. Әлегә уның исемен белмәйбеҙ, әммә уның Екатеринбургтан "Utair" авиакомпанияһы менән осҡаны билдәле.
Ҡаҙаныштар ҙур. Беренсенән, беҙ был күрһәткескә Волга буйының башҡа төбәктәренә ҡарағанда иртәрәк барып еттек.
Был һандар беҙҙең өсөн нимә аңлата? Бөтә ҡыйынлыҡтарға, ҡайһы бер ҡалаларға һәм илдәргә осоштарҙы сикләүгә ҡарамаҫтан, пассажирҙар ағымы арта бара. Кешеләрҙең эшлекле һәм туристик сәфәрҙәргә ихтыяжы бар. Өфөнән яңы рейстар асыла. Бөгөн беҙҙең авиаүҙәктең маршрут селтәрендә бөтәһе 60 йүнәлеш бар.
Уңыштарға күп йәһәттән һауа транспортына булышлыҡ итеү федераль программаһы ярҙамында өлгәштек. Төбәк маршруттарын субсидиялау буйынса беҙҙең республика программаһы ла эшләй.
Аэропорт хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайым һәм эшегеҙ өсөн рәхмәт!” - тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифһендә Радий Хәбиров.
Фотолар “Өфө” аэропортының сайтынан алынды.