Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Сентябрь , 12:30

Өҫтөнлөклө йүнәлештәр үҫешә

Башҡортостан, Рәсәй субъекты булараҡ, бөтә йүнәлештәр буйынса ла емешле эшләй.

Өҫтөнлөклө йүнәлештәр үҫешә
Өҫтөнлөклө йүнәлештәр үҫешә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, республикабыҙҙың иҡтисади үҫеш һәм инновация министры Рөстәм Моратов “Бәйләнештә” селтәрендә түбәндәге яҙманы ҡалдырған.

"Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников илебеҙҙең иҡтисади стратегияһының өҫтөнлөклө йүнәлештәрен атаған, – тигән Рөстәм Моратов. – Шулар иҫәбендә ете төп вектор, улар араһында транспорт-логистика инфраструктура үҫеше, импортҡа алмаш, инвестиция әүҙемлеген дәртләндереү. Башҡортостан, Рәсәй субъекты булараҡ, бөтә йүнәлештәр буйынса ла емешле эшләй. Төбәктең иҡтисады тотороҡлолоғон тәьмин итеү маҡсатында беҙҙә беренсе сираттағы саралар тормошҡа ашырыла".

Рөстәм Моратов билдәләүенсә, Башҡортостан башланғысы менән булдырыласаҡ Евразия иҡтисади үҙәгенең эшмәкәрлеге ҙур роль уйнаясаҡ, республикабыҙҙа иҡтисад тармағындағы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ислам финанс механизмдарын индереү эше алып барыла.

Фото: Рөстәм Моратов.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в