Иҡтисад
23 Сентябрь 2022, 17:30

Тиҙҙән урамдарҙа пластик шешә тапмаясаҡһығыҙ

Прозводствоны сеймал менән тәьмин итеү өсөн биш миллиардтан ашыу шешә йыйырға һәм эшкәртергә кәрәк. 

Тиҙҙән урамдарҙа пластик шешә тапмаясаҡһығыҙТиҙҙән урамдарҙа пластик шешә тапмаясаҡһығыҙ
Тиҙҙән урамдарҙа пластик шешә тапмаясаҡһығыҙ

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанға Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко эш сәфәре менән килде. Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

"Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченконы ҡабул итәбеҙ. Ул “ПОЛИЭФ” акционерҙар йәмғиәтендә үҙенең ҡатнашлығында асылған “Vivilen rPET” ПЭТ-гранулалар производствоһы эшен юғары баһаланы. Виктория Валерьевна проектты Рәсәй Федерацияһында экологик ойоштороуҙағы иң яҡшы өлгө тип атаны һәм, яңы производство ябыҡ циклдағы иҡтисад сиктәрендә иң яҡшы биш проект иҫәбенә лайыҡлы рәүештә инә, тип билдәләне.    

“ПОЛИЭФ” Рәсәйҙәге иң ҙур нефть-химия компанияһы булған “СИБУР Холдинг” асыҡ акционерҙар йәмғиәте составына инә һәм Рәсәйҙә берҙән-бер терафталь кислота (ТФК) етештереүсе, шулай уҡ эре полиэтилентерефталат менән тәьмин итеүсе булып тора. Һуңғыһынан пластик һауыттар, полиэфир сүс һәм төрлө төрөү материалдары етештерә.

Яңы цехта беҙ аҙыҡ-түлекте төрөү өсөн файҙаланылған юғары сифатлы ПЭТФ етештерәсәкбеҙ, икенсел полимерҙы эшкәртеү технологияларын ҡулланыуҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ, пластик ҡалдыҡтарҙың күләмен һәм тирә-яҡ мөхиткә көсөргәнеште кәметәсәкбеҙ.

Бөгөн төбәк Башлығы Радий Хәбиров һәм “СИБУР”ҙың башҡарма директоры Александр Петров өҫтөнлөклө инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу тураһындағы инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы.

Предприятие килемгә, милеккә һалым буйынса ташламалар һәм инфраструктураға субсидия алыу мөмкинлегенә эйә.

Инвестицияларҙың дөйөм күләме - 4,1 миллиард һум. Уның 1,2 миллиард һумын Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәтте үҫтереү фонды биргән.

Сәнәғәтте үҫтереү фонды директоры Роман Петруца, Башҡортостан фонд менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә, тип билдәләне. Проектты ғәмәлгә ашырыу Азия илдәренән алып килгән ПЭТФ-ты алмаштырасаҡ һәм һөт ризыҡтары, аҙыҡ һәм минераль һыуҙар, үҫемлек майҙары, эсемлектәр етештереүселәрҙең аҙыҡ-түлек төргәктәренә ихтыяжын тәьмин итәсәк.

Производствоны сеймал менән тәьмин итеү өсөн биш миллиардтан ашыу шешә йыйырға һәм эшкәртергә кәрәк. Республикала “ПОЛИЭФ”тың ихтыяжы өсөн ПЭТ-ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеү һәм уларҙы ваҡлау йүнәлешендә эшләгән өҫтәмә производство асырға планлаштырабыҙ", – тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.  

Тиҙҙән урамдарҙа пластик шешә тапмаясаҡһығыҙ
Тиҙҙән урамдарҙа пластик шешә тапмаясаҡһығыҙ
Тиҙҙән урамдарҙа пластик шешә тапмаясаҡһығыҙ
Тиҙҙән урамдарҙа пластик шешә тапмаясаҡһығыҙ
Тиҙҙән урамдарҙа пластик шешә тапмаясаҡһығыҙ
Тиҙҙән урамдарҙа пластик шешә тапмаясаҡһығыҙ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас