

Баш ҡаланың Ленин майҙанында бөгөн тәүге бал йәрминкәһенә старт бирелде. Сарала Башҡортостандың 29 районынан умартасылар ҡатнашты. Ойоштороусылар – Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге бал етештереүселәр өсөн дә, һатып алыусылар өсөн дә барлыҡ мөмкинлектәрҙе булдырған.
Бынан тыш, күргәҙмә-йәрминкә сиктәрендә өс номинацияла конкурс ойошторолдо: «Башҡортостан Республикаһы муниципаль районының иң яҡшы вәкиллеге» тип Ғафури районы күргәҙмә майҙаны танылды, 2-се урын — Бөрө районына, 3-сө урын Архангел районына бирелде. 2-се номинация «Сауҙа нөктәһенең иң яҡшы дизайны» өсөн тәғәйенләнгәйне. 1-се урынды Бөрө районынан Артем Черников яуланы, 2-се урын Архангел районынан Сергей Тихоновҡа бирелде. 3 урынды — Дыуан районынан Фәнил Хәлилов яуланы.
3-сө номинация "Күргәҙмә-йәрминкә ҡунаҡтары билдәләгән иң яҡшы бал": 1-се урын — Иглин районынан Риф Шәүәлиевкә, 2-се урын — Нуриман районынан Владимир Малаховҡа, 3-сө урын Илеш районынан Камил Хәсәновҡа бирелде.
Рәттәр араһынан үткәндә Нуриман районының Яңы Исай ауылынан Татьяна Саханько менән һөйләшеп китәм. Улар йөҙҙән ашыу умарта тота.
- Бал былтырғынан әҙерәк булһа ла, быйыл умарталарыбыҙ йәйҙе имен үткәрҙе. Балыбыҙҙың сифаты һәйбәт, сөнки беҙ ҡорттарҙы айырым утарҙа, сәсеүлектәрҙән дә, кешенән дә алыҫ ерҙә тотабыҙ. Умартасылыҡ беҙҙең ҡанда. Минең атайым - өсөнсө быуын умартасыһы. Бала саҡтан атайым эргәһендә йөрөп, был шөғөлдөң бөтә нескәлектәрен өйрәнеп үҫтем. Әле тормош иптәшем, ҡыҙым менән атайыма ярҙам итәбеҙ, - тип һөйләй Татьяна.
Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы, Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан Шәүәлиевтәр ғаиләһе лә йәрминкәгә килгән. Риф Ғималетдин улы ҡатыны Әлфиә, улы Ришат менән 240 умарта тота.
- Быйыл бер умартанан яҡынса 74 килограмм бал алдыҡ. Был - һәйбәт күрһәткес. Утыҙ йыл элек дүрт рам умартанан башлағайным, - тип һөйләй уңған хужа.
Ә бына Ғафури районы умартасылары мине тамам аптыратты: уларҙың балын Сәғүд Ғәрәбстанына һатыуға сығаралар.
Луиза менән Азат Исмәғилевтәр Ҡауарҙы ауылынан. Улар 16 йыл бергә йәшәй. Биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Азаттың тоҡомонда дүрт быуын умартасылар бар.
- Беҙҙең 350 умартабыҙ бар. Яҡынса 15 тонна бал алабыҙ, уңыштың яртыһынан күберәген Сәғүд Ғәрәбстанына оҙатабыҙ. Беҙҙең балға ихтыяж ҙур, сөнки ауыл Алатау һырты буйында урынлашҡан. Ауылдан һуң ҡара урман башлана. Башлыса йүкә ағасы үҫә. Балдың сифаты юғары. Быны баһалайҙар, - тип һөйләй Исмәғилевтәр.
Бал йәрминкәһендә Башҡортостандың дәүләт ветеринария хеҙмәтенең диагностика лабораторияһы эшләне. Һәр ҡатнашыусы үҙенең балын анализға тапшырып, шунда уҡ һөҙөмтәһен алыу мөмкинлегенә эйә ине. Лаборанттар билдәләүенсә, бөгөн килтерелгән һәр балдың да сифаты юғары.
Әлфиә Тимерханова бал йәрминкәһен көтөп ала икән. Хаҡлы ялдағы апай тап ошондай сарала ғына сифатлы бал алып ҡалырға була тип һанай.
- Йыл да көтөп алам. Һәр төрлө райондан, төрлө тәме булған бал алырға яратам. Ҡышын уларҙы сағыштырып, төҫө, ҡуйылығына ҡарап тәмләп, үҙемә бер кинәнес алам. Бөгөн бында ҡатнашҡан умартасыларҙың яртыһынан бал алғаным булды. Мин уларға ышанам һәм һаулыҡ ныҡ булһын өсөн ҡышҡылыҡҡа мул итеп экологик яҡтан таҙа бал алып ҡуйырға кәрәк тип һанайым, - ти ул.
Бал йәрминкәләре башлана ғына әле, иң тәмле балды алып өлгөрәһегеҙ.
Автор фотолары.