

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың Рәсәйҙә ислам банкингын тормошҡа ашырыу өсөн дүрт пилот биләмәһенә инеүен билдәләне. Был хаҡта закон проекты Дәүләт Думаһына индерелгән.
“Ислам финансы процентһыҙ займдарҙы, лизинг, страховкалау, партнерлыҡ принциптарында маҡсатлы финанслауҙы үҙ эсенә ала. Төп өҫтөнлөктәре: социаль йүнәлешле булыуы, тотороҡло үҫеше, уйын бизнесын, алкоголь һәм тәмәке етештереүҙе финанслауҙы тыйыу, заем алғандарҙан проценттар алмау. Ҡөрьәнгә ярашлы, Аллаһ Тәғәлә кешеләргә сауҙа итеүҙе рөхсәт иткән, тик рибаны (бурысҡа алғанда-биргәндә процент алыу) тыйған.
Бындай хеҙмәт төрҙәрен тәҡдим иткән банктар инвестицияларҙан килгән табыш иҫәбенә аҡса ала, ә кредит биргәндән түгел. Финанс ойошмаһы партнерлыҡ нигеҙендә һалынған средстволарҙың тәьҫирлелегенә таяна, инвестицияларҙың табышлылығы һәм клиент менән этик мөнәсәбәттәре уның уңышлы эшмәкәрлегенең нигеҙе булып тора.
Был продукттарҙан файҙаланыу өсөн мосолман булыу кәрәкмәй. Ислам банктары – заманса коммерция структуралары. Клиенттар уға дини ҡараштарҙан сығып килмәй, уны үҙе өсөн ғәҙел һәм тап килгән система тип иҫәпләгәнгә. Ислам банктарының активтары йылына 10-15 процентҡа арта бара, мәҫәлән, 1990 йылдар уртаһында ул 150 миллиард доллар тәшкил итте, ә 2015 йылға 1,48 триллион долларға етте.
Ислам банкингы кредит ойошмаһы менән заем алыусы араһындағы уңышһыҙ инвестицияларҙы тигеҙ бүлешергә ярҙам итә, ә көрсөк шарттарында бындай ҡорал тотороҡло һанала. Бынан тыш, ул сит ислам баҙарынан инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирә, шул иҫәптән Ирандан да. Оҙаҡламай беҙ рәсми делегация һәм бизнес миссияһы менән ошо илгә барасаҡбыҙ", - тип яҙған Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото: mobillegends.net