

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тармаҡ вәкилдәрен Машиналар эшләүселәр көнө менән ҡотланы, дәүләт наградалары менән бүләкләне.
Премьер-министр билдәләүенсә, машина эшләү иң әһәмиәтле тармаҡтарҙың береһе булып тора. Республикала сәнәғәт металлургия заводтары төҙөүҙән башлана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында предприятиеларҙы эвакуациялау ҙа ҙур йоғонто яһай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Башҡортостанда 170-тән ашыу предприятие урынлаштырыла.
— Беҙҙең республика ул йылдарҙа ышаныслы сәнәғәт төбәгенә әүерелде. Машина эшләүҙә һуғыштың тәүге өс йылында етештереү күләме һигеҙ тапҡырға тиерлек арта. Ә уның сәнәғәттәге өлөшө 25,2 проценттан 60 процентҡа тиклем күтәрелә. Тап шул ваҡытта беҙҙең машиналар эшләү комплексы иң ауыр шарттарҙа производстволарҙы тиҙ һәм һығылмалы итеп үҙгәртеп ҡорорға өйрәнә. Рекордлы ваҡыт эсендә Өфө моторҙар эшләү заводы "Пе-2" бомбардировщигы Як һәм Ла ғаиләләренең хәрби самолеттары өсөн иң яңы двигателдәр етештереүҙе үҙләштерә. Өс йыл эсендә яҡынса 97 мең авиадвигатель эшләнә. Һәр өсөнсө хәрби самолетта Өфө двигателе була, — тине Андрей Назаров.
Машиналар эшләү үҫешенең киләһе этабы быуаттың 70-се йылдарына тура килә, ул саҡта Уралда һәм Волга буйында сәнәғәт предприятиелары күпләп төҙөлә. Тап шул ваҡытта бөтә ил буйынса "Витязь" заводы тураһында һөйләй башлайҙар. Бөгөн предприятие хәрби һәм фәнни ихтыяждар өсөн поляр зонаны техника менән тәьмин итә.
— Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда машиналар эшләү тармағы үҫеш темпы менән ҡыуандыра. Төбәктең сәнәғәт продукцияһының өстән ике өлөшөн тиерлек тәьмин итә. Быны статистика раҫлай. Илдә һәм донъяла етештерелгән продукция — авиация, вертолет, газ турбиналы һәм электр двигателдәре, күп функциялы вертолеттар, уңайлы автобустар һәм троллейбустар, йөк машиналары һәм махсус ҡорамалдар етештерелә. Бөгөн һеҙҙең эшегеҙ илдең оборона мөмкинлектәрен нығытыу өсөн мөһим. Һис шикһеҙ, юғары баш командующий ҡуйған бурыстарҙы намыҫлы үтәйәсәкһегеҙ, — тине Андрей Назаров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры үҙенең ҡотлау телмәрендә тармаҡтың атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәрен дә билдәләне. Улар араһында Әхәт Мостаев, Сергей Лыгин, Валерий Фоминых, Иршат Сәлимов, Фәрит Йәнһөйәров һәм Ринат Закировтар бар.
Республика Премьер-министры ҡулынанан машиналар эшләү сәнәғәтенең 44 вәкиле лайыҡлы наградалар алды.
– Ҡотлайбыҙ һеҙҙе – инженерҙар, эшселәр, оҫталар, конструкторҙар! Был һөнәри байрамға ҡатнашлығы булған һәр кем авиация төҙөлөшөн, автомобиль һәм радиоиндустрияны, приборҙар эшләүҙе, металлургияны һәм башҡа күп кенә тармаҡтарҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Тармаҡтың барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә лә фиҙакәрлеге өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙгә сәләмәтлек, бәхет һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем! — тип ҡотланы Премьер-министр.
Сығанаҡ һәм фотолар Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.