

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Шишмә май экстракцияһы заводын (“Сигма” компаниялар төркөмөнә инә) үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Предприятиеның генераль директоры Айҙар Яҡупов әйтеүенсә, Башҡортостан биләмәһендәге компаниялар төркөмөнөң етештереү ҡеүәтте йылына 850 мең тоннаға тиклем май культураларын эшкәртеү мөмкинлеге бирә. Сығарылған продукцияның яртыһы тиерлек экспортҡа оҙатыла. Улар – көнбағыш һәм рапс майҙары, шрот һәм лузга. География киң: Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Балтик буйы илдәре, шулай уҡ Ҡытай, Төркиә, Иран.
Айҙар Яҡупов Башҡортостан етәкселегенә бизнесҡа ярҙам итеү буйынса көрсөккә ҡаршы саралар өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул, санкциялар шарттарында ҡайһы бер көнбайыш илдәре яғынан “Сигма” үҙ продукттары өсөн яңы баҙарҙар аса, тип хәбәр итте. Атап әйткәндә, етәкселек Азербайжанға рапс һәм көнбағыш майы ебәреүҙе яйға һалырға, шулай уҡ Ирандан төп ҡулланыусылар менән тура бәйләнештәрҙе үҫтерергә ниәтләй.
Предприятиеның генераль директоры Шишмә май экстракцияһы заводының эш һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн Шөңгәккүл сеймал базаһында 237 метрлыҡ тимер юл туптығы участкаһын реконструкциялауҙы тамамларға кәрәклеген дә әйтте. Был иһә майлы орлоҡтарҙы тимер юл транспорты менән етештереүгә оҙатырға мөмкинлек бирәсәк.
Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә транспорт мәсьәләһен хәл итеү юлдарын өйрәнергә ҡушты, шулай уҡ “Сигма” компанияһы вәкилдәрен 2022 йылдың көҙөндә Башҡортостандың бизнес-миссияһы составында Иранға барырға саҡырҙы.
Белешмә:
26 сентябргә Башҡортостан аграрийҙары 4,9 миллион тонна иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары йыйып алған. Был хаҡта республика Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте. Төбәк биләмәһендә сәсеүлектәрҙең 96 проценты йыйып алынған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.