Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Сентябрь 2022, 23:00

Уңыш нигеҙе - килешеп эшләүҙә

Башҡортостан менән "Ростех" араһында ведомство-ара комиссия ултырышы үтте.

Уңыш нигеҙе - килешеп эшләүҙә
Уңыш нигеҙе - килешеп эшләүҙә

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн, 27 сентябрҙә, Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Ростех” авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков республика һәм дәүләт корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе.

Ултырышта ҡатнашыусылар, “Ростех” предприятиелары оборона заказын тормошҡа ашырыуҙа һәм технологик суверенитетҡа өлгәшеүҙә мөһим роль уйнай, тип билдәләне.

- Башҡортостан менән “Ростех” предприятиеларының үҙ-ара мөнәсәбәттәре даими һәм эҙмә-эҙлекле булып ҡала, - тине Радий Хәбиров. - Ведомство-ара комиссия ултырыштары йомғаҡтары буйынса 100-гә яҡын йөкләмәнең күбеһе - тормошҡа ашырыу стадияһында. Башҡортостанда "Ростех" предприятиелары 2022 йылдың һигеҙ айында етештереүҙең һиҙелерлек үҫешен тәьмин итте. Туймазы автобетоновоздар заводында һәм Стәрлетамаҡтың Станоктар эшләү заводында - ике тапҡырға, Күмертау авиация етештереү предприятиеһында - 30 процентҡа тиерлек, "Гидравлика"ла - 10 процентҡа.

Башҡортостан Башлығы Күмертау авиация предприятиеһында республика өсөн әҙерләнгән Ка-32 янғын вертолётының һөҙөмтәле эшен билдәләне.

- Был миҙгелдә винт ҡанатлы машина тәбиғи һәм техноген янғындарҙы бөтөрөү буйынса үҙ мөмкинлектәрен күрһәтте, - тине Радий Хәбиров.

Кәңәшмәлә кадрҙар әҙерләүгә айырым иғтибар бүленде. "Станоктар эшләү" компанияһы менән берлектә Стәрлетамаҡ политехник колледжы нигеҙендә "Механика" акционерҙар йәмғиәте предприятиелары өсөн Кадрҙар әҙерләү үҙәген ойошторҙолар. Уны булдырыуға республика "Профессионалитет" федераль проекты сиктәрендә 2023 йылға 100 миллион һум күләмендә федераль грант алды.

Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов "Ростех” системаһына ингән Башҡортостан предприятиеларының эше тураһында һөйләне.

- Индерелгән сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, күпселек предприятиелар тулы күләмдә эшләүен дауам итә, логистик сылбырҙарҙы дуҫ илдәр менән яңынан төҙөй, импортҡа алмаш буйынса саралар әҙерләй, - тине беренсе вице-премьер.

- Эштең төп һөҙөмтәһе - беҙ Башҡортостанда “Ростех” предприятиелары өсөн дәүләт заказдары портфелен тәьмин иттек. Пилотһыҙ осоу аппараттарын сығарыу буйынса яҡшы мөмкинлектәр бар. Заказсылар тәүге партияларҙы 2023 йылдың башында уҡ аласаҡ, - тине Радий Хәбиров журналистарға биргән интервьюһында. – “Ростех” менән бындай кәңәшмәләр - үҙенә күрә башҡорт ноу-хауы. Беҙ быны республика власть органдары корпорацияның бөтә производство процестары хаҡында хәбәрҙар булһын һәм үҙ вәкәләттәре сиктәрендә предприятиеларға тиҙ арала ярҙам күрһәтә алһын өсөн эшләйбеҙ. Ошондай уҡ эшсе төркөмдәрҙе башҡа корпорациялар - "Газпром", "Роснефть", Урал тау-металлургия компанияһы менән дә ойошторҙоҡ. Бындай эш үҙ һөҙөмтәлелеген иҫбатлай.

Кәңәшмә хаҡында Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы:

 “Ростех”тың авиация комплексы индустриаль директоры Анатолий Эдуардович Сердюков менән Мәскәүҙә дәүләт корпорацияһының үҙ-ара килешеп эш итеүе  буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙек. Бындай эш төркөмдәре - беҙҙең башҡорт ноу-хауы. Республикала эшләгән башҡа ҙур предприятиелар менән дә ошондай уҡ хәл булыуын беләһегеҙ. Практика күрһәтеүенсә, был - үҙ-ара килешеп эш итеүҙең һөҙөмтәле форматы.

"Ростех" составындағы предприятиеларыбыҙ оборона заказын тормошҡа ашырыуҙа технологик суверенитетҡа өлгәшеүҙә мөһим роль уйнай.

Бөгөнгө осрашыу йомғаҡтары буйынса шуны әйтергә кәрәк: беҙҙең предприятиелар дәүләт заказдары портфеле менән тәьмин ителгән, тотороҡло эшләүен дауам итә. Пилотһыҙ осоу аппараттарын сығарыу буйынса ҙур пландар бар, тәүге партиялар 2023 йылдың башында уҡ әҙер буласаҡ".

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: