Иҡтисад
28 Сентябрь 2022, 13:54

Маҡсат – йәшәү мөхитен яҡшыртыу

Тармаҡта ниндәй үҙгәрештәр бар?

Уларҙың хеҙмәтенең көн-төн туҡтамай дауам итеүенә шул тиклем күнеккәнбеҙ, фатирҙа электр уты һүнһә, һыу килмәй башлаһа йәки урамдағы һуҡмаҡта соҡорҙар хасил булһа ғына, коммуналь тармаҡты иҫкә төшөрәбеҙ. Бөгөнгө иҡтисади яҡтан ҡатмарлы заманда улар нисек эшләй һәм йәшәй, беҙҙе өҙлөкһөҙ хеҙмәтләндереүгә, көндәлек проблемаларҙы хәл итә барыуға нисек өлгәшә? Бөгөн беҙҙең һорауҙарға Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Александровна ГОЛОВАНОВА яуап бирә.

 

– Ирина Александровна, “Башҡорт­остан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығын яңыртыу һәм реформалау” дәүләт программаһының үтәлешенә ниндәй баһа бирә ала­һығыҙ? Нимәләр эшләнгән, ниндәй ҡаршылыҡтарҙы еңергә һәм пробле­маларҙы хәл итергә тура килә?

– Әле һеҙ әйткән программаның үтәлешен финанслау күләме республикала 2013 – 2021 йылдарҙа 51,1 миллиард һум тәшкил итте. Уны тормошҡа ашырыуҙың төп күрһәткестәре шулар:

l коммуналь инфраструктураның туҙыу кимәле 54,2 процентҡа саҡлы төшөрөлдө;

l һыуыҡ һыу ҡыуҙырғанда технологик юғалтыу кимәле 18,79 процентҡа тиклем кәметелде, йылылыҡ селтәре буйынса 9,59 процентҡа саҡлы аҙайҙы;

l халыҡтың сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән өлөшө 88,1 процентҡа саҡлы артты;

l норматив эшләү ваҡыты уҙған 102 лифт алмаштырылды, күп фатирлы 4867 йортҡа капиталь ремонт яһалды;

l 28 һыу тәьминәте һәм йыуынты һыу объекты, 26 йылылыҡ объекты төҙөлдө һәм ремонтланды;

l коммуналь хужалыҡ объекттарын көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә эшләтеүгә әҙерлек алып барылды;

l 9 414 фатир индивидуаль газ йылы­лығына күсерелде;

l “Таҙа һыу” федераль проектына ярашлы алты ҙур һыу тәьминәте объекты төҙөлдө һәм реконструкцияланды;

l ауыл һәм ҡалаларҙағы 17 мең километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы тышҡы яҡтыртыу системалары яңыртылды.

Дәүләт программаһын үтәү саралары һөҙөмтәһе федераль кимәлдә лә сағылыш тапты: 1) 2015 йылға тиклем, Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы төҙөгән рейтингка ярашлы, беҙҙең республика иң яҡшы тәүге биш төбәк исемлегендә булды; 2) 2020 йылдан алып федераль министрлыҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарындағы аварияларҙы күҙәтеп барыу һәм бөтөрөү буйынса автоматик система алып барыла һәм, уға ярашлы, аварияларҙы тиҙ бөтөрөү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – 38-се, Волга буйы федераль округында икенсе урында; 3) “Таҙа һыу” проектын тормошҡа ашырыуҙы финанслау күләме буйынса республикабыҙ Рәсәйҙә – 8-се, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора.

Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексын яңыртыу буйынса ҙур эш башҡарылды, был иһә коммуналь хеҙмәт­ләндереү сифатын яҡшыртырға, шулай уҡ республикаға Рәсәй төбәктәре араһында юғары урындар биләргә мөмкинлек бирҙе.

Әлбиттә, беҙ өлгәшелгән күрһәткестәрҙә туҡтап ҡалырға йыйынмайбыҙ. Төрлө сараларҙы “Башҡортостан Республикаһында заманса ҡала мөхитен булдырыу” берҙәм дәүләт программаһы буйынса дауам итеүҙе планлаштырабыҙ. 2023 йылдан 19 проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ, бының өсөн 8,4 миллиард һум йәлеп ителәсәк, шуның 6,4 миллиарды – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға ярҙам итеү фондынан. Бынан тыш, коммуналь комплексты яңыртыу буйынса әле эшләнеү өҫтөндә булған федераль программала әүҙем ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ.

Торлаҡ-коммуналь комплекстың бөгөнгө төп ауырлығы һәм проблемаһы – түләү тәртибенең насар булыуы. Ҡулланыу­сыларҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында һәм тулы итеп түләмәүе коммуналь ойошмаларға планлы ремонт башҡарыу, объекттарҙы ҡышҡа әҙерләү һәм яңыртыу буйынса эштәрҙә кире сағылыш таба, һөҙөмтәлә быларҙың барыһы ла хеҙмәтләндереү сифатын артҡа һөйрәй.

 

– Коммуналь хужалыҡтың эше һәм бурыстары бик күп, улар барыһы ла халыҡтың күҙ алдында башҡарыла. Барыһынан бигерәк билдәлелек яулағаны, моғайын, “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыуҙыр. Был эштәр нисек үтәлә, урындағы халыҡтың теләктәрен тулыһынса иҫәпкә алып, дизай­нерҙарҙы йәлеп итеп яңыртылған ихаталарға ҡарата кешеләрҙең һаҡсыл мөнәсәбәтенә өлгәшеп буламы?

– Һис һүҙһеҙ, “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашыра башлағандан алып проекттар йылдан-йыл камиллаша бара. Аныҡ ихата уның үҙенсәлектәренән һәм халыҡтың ихтыяжынан сығып проектлана. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министр­лығында яҡлар алдынан барлыҡ проекттар күп фатирлы йорттарҙың милекселәре һәм ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары менән яраштырып төҙөлә. Шулай итеп, тәғәйен биләмәне төҙөкләндереү буйынса барлыҡ эштәр инженер селтәрҙәрен, йортто һәм подъездарҙы капиталь ремонтлау менән синхрон рәүештә алып барыла. Проекттарҙы тик квалификациялы белгестәр әҙерләй.

Өфөлә 2019 – 2021 йылдарҙа күп фатирлы 399 йорт урынлашҡан 225 ихатаны ремонтланыҡ. Был иһә “баш ҡалала йәшәгән 120 меңдән ашыу кешенең йәшәү мөхитен яҡшырттыҡ” тигән һүҙ. Быйыл тағы ла 54 ихатаның йөҙө үҙгәрҙе, әлеге ваҡытта уларҙа бөтә эш тамамланған.

Программаны 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыу осоронда республикала 920 ихата үҙгәртеп ҡоролдо, быйыл иһә был исемлек тағы ла 200 йорт яны биләмәһе менән тулылана.

 

– Лифттарҙы тиҙ арала алмаштырыу программаһы ла, моғайын, ҡатмарлы проблемаларҙың береһе булып торалыр. Программаның исемендә “тиҙ арала” тигән төшөнсәнең булыуы был эштә бер осор ваҡытты юғалтыуыбыҙҙы һәм шуға ашығыслыҡ кәрәк икәнлеген аңлатамы? Лифт хужалығын алмаштырыуҙа Өфөнө башҡа тирә-яҡ ҙур ҡалалар менән нисек сағыштырырға мөмкин? Бөгөн был эш ниндәй кимәлдә үтәлә?

– Күп ҡатлы фатирлы йорттарҙа граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән төп бурыстарҙың береһе – үҙенең нормативҡа ярашлы ваҡытын үтәгән лифттарҙы яңыртыу. Бейек торлаҡ йорттарҙың күп өлөшө уҙған быуаттың 70–80-се йылдарында төҙөлгән, уларҙағы лифттарҙың хеҙмәт итеү ресурстары күптән тамамланған.

Лифт ҡорамалдарын алыштырыуҙың элекке темптары уларҙы яңыртыу буйынса ихтыяжды ҡәнәғәтләндермәй ине. “Лифттарҙың хәүефһеҙлеге” Таможня союзының регламенттарына ла яуап бирмәне. Республикала лифттарҙы тиҙ арала алмаштырыу механизмы 2016 йылдан алып ҡулланыла. Ул башҡарылған эш өсөн түләүҙе өс йылға кисектереп тороу мөмкинлеген бирә, был шарт лифттарҙы күберәк яңыртырға мөмкинлек бирҙе. 2014 – 2021 йылдарҙа республика программаһын үтәү осоронда 2684 лифт алмаштырылды, шуның бер меңе – түләүҙе кисектереп тороу иҫәбенә. Йыл һайын ошо эште башҡарыу маҡсатында республика ҡаҙнаһына дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә.

2022 – 2025 йылдарға Ҡыҫҡа ваҡытлы программа нигеҙендә тағы ла 1992 лифтты алмаштырыу ҡаралған. Шуныһын да иҫкә алыу урынлы булыр тип уйлайым: лифт ҡорамалдарын алмаштырыу өсөн подряд ойошмаларын һайлап алыу буйынса конкурс процедуралары тулыһынса башҡарылған, был иһә ошо ойошмаларға эште алдан планлаштырыу һәм үҙ ваҡытында үтәү форсатын бирә.

Был эштә Өфөнө башҡа ҡалалар менән сағыштырыу урынлы булмаҫ, сөнки һәр төбәктең үҙ программаһы төҙөлгән, уларҙа ҡасан һәм күпме лифтты алмаштырыу кәрәклеге билдәләнгән. Лифттар проблемаһы бөтөнләй булмаған төбәктәр ҙә бар. Улар, нигеҙҙә, лифттар һаны бик аҙ булған төбәктәр. Әммә туҙған лифттарҙың өлөшө 70 проценттан ашҡан өлкә һәм республикалар ҙа бар. Бында һәр төбәктең үҙ планын ни рәүешле үтәүен ҡарарға кәрәк.

 

– “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу”. Был проект нисек тормошҡа ашырыла, Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала һәм ауыл биләмәләрендә ниндәй яңыртылған объекттар һәм майҙансыҡтарҙы билдәләргә мөм­кин?

– Ҡала мөхитенең сифатын яҡшыртыу “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы бара. Был эш йәмәғәт биләмәләрен – парктарҙы, яр буйҙарын, ҡала майҙандарын – төҙөкләндереү һәм халыҡты ошо төҙөкләндереү проекттарын тикшереүгә күберәк йәлеп итеү юлы менән башҡарыла.

Ҡала мөхитенең сифатын яҡшыртыу ҡала һәм ауылдар халҡына уңайлы, хәүефһеҙ шарттарҙа ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү, балалар менән саф һауала йөрөү буйынса мохтажлыҡты ҡәнәғәтләндереү өсөн шарттар тыуҙыра. Бында халыҡтың ҡала һәм район хакимиәттәре менән берлектә скверҙар, парктар йәки яр буйҙары нисек төҙөклән­дерелергә тейешлеген алдан һайлап ҡуйыуы мөһим.

Быйыл Өфөлә беҙ ошо проект буйынса “Инорс” биҫтәһендә Мушников урамына һәм Йылы күлгә ҡараған биләмәне төҙөкләндереү эшен башланыҡ. Әле ваҡланған таш түшәлә, тротуар бордюрҙары ҡуйыла, велосипедсылар өсөн юл һалына. Өфөнөң Орджоникидзе районында Дан бульвары һәм Муса Гәрәев исемендәге сквер биләмәләре яңыртыла. Бында ла тротуар плитәләре һалына, гранит бордюрҙар ҡуйыла, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын урынлаш­тырыуға, видеокүҙәтеү һәм яҡтыртыу системаларын ҡороуға әҙерлек эше бара.

Хәҙерге заман парктары башҡа ҡалаларҙың да йөҙөн үҙгәртә.

Салауат ҡалаһында урындағы халыҡтың үтенесе буйынса ғаилә менән һәм йәштәргә ял итер өсөн яр буйын төҙөкләндереү дауам итә. Ҡаланың ошо урынында ҙур балалар майҙансығы йыһазландырылды, ҡыҙыныу урындары һәм күләгәле ҡыйыҡтары булған пляж булдырылды, бында шулай уҡ күп функциялы спорт майҙансығы һәм амфитеатр, велосипедсылар һәм йүгереү өсөн юлдар бар. Быйыл яңы локациялар булдырыла, әйтәйек, төрлө саралар һәм һабантуй үткәреү майҙансыҡтары, өҫтәмә рәүештә велосипедсылар һәм йәйәүлеләр юлдары.

Нефтекамала Юбилей проспектында аллея төҙөкләндерелә. Йәйәүлеләр өсөн яңы һуҡмаҡтар, веломаршрут булдырыла, уларҙа ял урындары һәм кескәйҙәр өсөн майҙансыҡтар ҙа эшләнәсәк. Проекттың төп идеяһы шунда – заманса һәм тиҙ туҙмаған материалдарҙы файҙаланыу, берҙәм ландшафт композицияһы тыуҙырыу, йәшел үҫентеләрҙе яңыртыу, хәрәкәт мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу.

Сибайҙа Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы үҙгәртелде, ул хәҙер ҡала халҡын һәм килгән ҡунаҡтарҙы ылыҡтырырлыҡ урынға әйләнде. Бында йәйәүлеләр өсөн юлдар яңыртылды, спорт һәм ижад менән шөғөлләнеү урындары ойошторолдо, күмәк саралар үткәреү урындары ла бар. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн парк биләмәһендә яһалма быуа барлыҡҡа килеүе лә әһәмиәтле ваҡиға буласаҡ, әлеге ваҡытта уны төҙөү тамамланып килә.

 

– Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау даими дауам иткән эш кенә түгел, ул ошондағы милекселәр өсөн ваҡыт­лыса булһа ла уңайһыҙлыҡ тыуҙыр­ған күренеш тә, сөнки коммуналь ресурстар менән тәьмин итеүҙе туҡтатып торорға тура килә. Был осраҡта йортта йәшәгәндәр менән мөнәсәбәт нисек төҙөлә, ошо йүнәлештәге эш фронты ҙурмы? Подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы нисек бара?

– Инженер селтәрҙәрен, йәғни һыу үткәргестәрҙе һәм йыуынты һыу торбаларын, электр һәм газ тәьминәтен ремонтлау эштәрен башлар алдынан күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән милекселәрҙең йыйылышы үткәрелә, халыҡҡа ниндәй эш планлаштырылыуы һәм уны башҡарыу ваҡыты тураһындағы мәғлүмәт еткерелә. Шулай уҡ объект паспортында был эште башҡарыу өсөн яуаплы подряд ойошмаларының һәм капиталь ремонт буйынса техник күҙәтеү хеҙмәтенең телефондары ла күрһәтелә.

Артабан, эш башланырға бер аҙна ҡалғас, күп фатирлы йорт советы йәки йорт буйынса яуаплы кеше менән бергә һәр фатирға йөрөп сығалар һәм коммуналь хеҙмәтләндереүҙең ҡасан ваҡытлыса туҡтатылып торасағын хәбәр итәләр, был мәғлүмәт һәр подъездың иғландар стендында ла ҡуйыла. Һыу торбаларын алмаштырған ваҡытҡа урындағы халыҡ менән биобәҙрәф ҡуйыу урыны килешелә. Шулай уҡ һыу алыу урындары йәки (техник мөмкинлек булһа) техник биналарҙан һыуыҡ һыу алыу өсөн айырым крандарҙың булыуы тураһында мәғлүмәт еткерелә.

Подъездарҙы ремонтлау программаһын үтәү барышында подряд ойошмалары тарафынан эш сифатын яҡшыртыуға өлгәшә алдыҡ.  Шулай уҡ идара итеүсе компаниялар ҙа подъездарҙы ремонтҡа әҙерләү эшен яҡшыртты: бөтә подъездарҙа йылытыу приборҙары ҡуйыла, домофон урынлашты­рыуға махсуслашҡан компаниялар менән берлектә подъезға инеү ишеге алмаштырыла, шулай уҡ подвал һәм сарҙаҡ ишектәре яңыртыла. Быларҙың барыһы ла подъез­дарҙа тейешле температураны һаҡлау форсаты бирә.

Ремонт тамамланғас, эште комиссия ҡабул итеп ала, хәҙер уға элемтә операторҙары, йәғни провайдерҙар ҙа инә, сөнки күп осраҡта фатир хужалары ремонттан һуң элемтә линияларының асыҡ ҡалыуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Ошондай комплекслы саралар күреү һөҙөмтәһендә милекселәр бөтә мәғлүмәткә эйә, үҙҙәре лә фекерҙәрен еткерә ала, быларҙың барыһы ла эштең сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

 

– Йыл да ҡабатлана торған һорау – ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек. Был тәңгәлдә ниндәй яңылыҡтар һәм үҙгәрештәр бар, уларҙы индереүҙең һөҙөмтәһен нисек баһаларға мөмкин? Һәр фатирҙы айырым йылытыу системаһы ни өсөн кәрәк, ул беҙҙең республикала нисек тормошҡа ашырыла?

– Ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек эштәрендәге яңылыҡтарҙан шуны билдәләргә кәрәк: йылылыҡ селтәрҙәрен капиталь ремонт­лағанда һәм реконструкциялағанда пенополиуретан менән изоляцияланған заманса торбалар ҡулланыла, уларҙың үҙәк йылытыу системаһында тишелеү һәм ситкә ағыҙыу ихтималлығын диспетчерҙар контролдә тота ала. Шулай уҡ эҫе һыу менән тәьмин итеү өсөн тегелгән полиэтилендан яһалған торбалар файҙаланыла, уларҙың хеҙмәт итеү ваҡыты – 50 йыл. Иҫке ҡаҙандарҙы яңы автоматлаштырылған­дарына алмаштыра­быҙ, был уларҙың файҙалы эш коэффициентын арттыра. Ҡаҙанлыҡтарҙа һыу йылытыуҙа хәҙер газ менән яғылған ҡулайламалар эшләй, улар газды һауа менән сифатлы итеп ҡатнаштыра, ә был иһә газ сарыф итеүҙе өс процентҡа кәметә һәм ҡаҙанлыҡтың ҡеүәтен биш процентҡа көсәйтә.

Шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлағанда энергетик яҡтан йоғонтолораҡ булған материалдар, торба үткәргестәр изоляцияһы, сарҙаҡ түбәләрен һәм фасадтарҙы йылытыу, хәрәкәт датчиктары менән йыһазландырылған һәм энергияны һаҡсыл сарыфлаған яҡтыртҡыстар ҡулланыла.

Өфө ҡала округы хакимиәтендә “Энергия һаҡлауҙың Төньяҡ ҡала үҙәге” һәм “Энергия һаҡлауҙың Көньяҡ ҡала үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмалары булдырылды. Улар күрһәткестәрен дистанцияла тапшырыуға күсерелгән өс меңгә яҡын йылылыҡ иҫәпләү приборҙарына мониторинг алып бара.

Һәр фатирҙы айырым йылытыу системаһына күсереү мәсьәләһенә килгәндә, был саралар иҫкергән һәм рентабелле эшләй алмаған ҡаҙанлыҡтарҙы уларға тоташҡан йылытыу системалары менән бергә файҙаланыуҙан сығарыуға, социаль объекттар өсөн блоклы ҡаҙанлыҡтар төҙөүгә һәм күп фатирлы йорттарҙы үҙәк йылытыу системаһынан индивидуаль булғанына күсереүгә йүнәлтелгән. Был саралар ҡаҙанлыҡты, йылылыҡ селтәрен ҡарау һәм хеҙмәтләндереүгә тотонолған сығымдарҙы кәметеү, энергия ресурстарын экономиялау мөмкинлеген бирә.


Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас