

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 29 сентябрҙә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров кәңәшмә үткәргән, унда өлөшләтә мобилизация шарттарында республика предприятиеларының эшмәкәрлек мәсьәләләре тикшерелгән.
Рәсәй Президенты иғлан иткән өлөшләтә мобилизация менән бәйле, хәҙер беҙҙең бурыс – көрсөккә ҡаршы эште яңы саҡырыуҙарҙы иҫәпкә алып үҙгәртеп ҡороу, тип билдәләнде кәңәшмәлә.
- Башҡортостанда мобилизация бурыстарын үтәүгә өс тиҫтәнән ашыу предприятие йәлеп ителгән, ә комплектлаусы изделиелар етештереүҙе иҫәпкә алғанда, уларҙың иҫәбе бер нисә тапҡырға арта. Паникаға юл ҡуймау өсөн беҙ ҡыҙыҡһынған кешеләргә мобилизация мәсьәләләре һәм ярҙам саралары буйынса "ҡыҙыу линия"ға ваҡытында консультация биреүҙе яйға һалдыҡ. Бөгөн предприятиеларҙа килеп тыуған проблемаларҙы тикшерәсәкбеҙ. Беҙҙең өсөн хәл-тороштоң ысынбарлыҡта нисек булыуын белеп тороу, нимәгә мохтажлығығыҙҙы һәм нисек ярҙам итә алыуыбыҙҙы аңлау үтә мөһим, - тине Андрей Назаров.
Иҡтисадтағы һәм социаль өлкәләге хәлдең үҙгәрешен тикшереү, федераль штабтар менән үҙ-ара килешеп эш итеү һәм оператив ҡарарҙар ҡабул итеү маҡсатында Башҡортостанда төбәк Башлығы етәкселегендә Оператив штаб булдырылды. Шулай уҡ республика Хөкүмәте Премьер-министры етәкселегендә Көрсөккә ҡаршы проект офисы эшләүен дауам итә.
- Бөгөн бергәләп республика Хөкүмәтенең, эре предприятиеларҙың, бизнестың һәм, әлбиттә, Башҡортостан Хәрби комиссариатының үҙ-ара аңлайышлы эш итеү схемаһын әҙерләү мөһим. Был иҡтисад ихтыяждары һәм илдең оборона һәләтен яҡлау араһында тигеҙлек өсөн кәрәк. Ошо йәһәттән беҙҙә аныҡ критерийҙар булырға тейеш, - тине Андрей Назаров.
Кәңәшмәлә республиканың хеҙмәт баҙарындағы хәл-торош, предприятиеларға ярҙам саралары, мәҫәлән, сәнәғәт ипотекаһы биреү шарттары һ.б. көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru