Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Сентябрь 2022, 14:34

Алдынғы йәмғиәттәрҙең береһе

Сауҙа тармағы хеҙмәткәрҙәре Ейәнсура районында фекер алышты.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Ейәнсура районында республика саралары йыш ойошторола. Күптән түгел “А7 Агро РБ” хужалығында “Баҫыу көнө” семинары үткәрелде, ошо көндәрҙә иһә район үҙәге Иҫәнғол ауылында “Башпотребсоюз” йәмғиәтенең киңәйтелгән кәңәшмәһе уҙҙы. Һөйләшеү урыны итеп ни өсөн нәҡ был райондың һайланыуы осраҡлы түгел? Баҡтиһәң, сара бында юҡҡа үтмәй, сөнки төбәктә “Ейәнсура РайПО” йәмғиәте табышлы эшләй.

Район хакимиәте бинаһының фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолған. Унда аҙыҡ-түлектең ниндәйе генә юҡ: икмәк, бәлеш, балыҡ, ит-колбаса һәм башҡа ризыҡтар.

Артабан бөтәһе лә кәңәшмәләр залына, конференцияның пленар өлөшөнә, юлланды. Тәүҙә Ейәнсура районы тураһында бер нисә минутлыҡ видеофильм күрһәтелде. Белем усаҡтарының барыһы ла 1 сентябрҙә уҡыусы балаларҙы ҡабул иткән. Баҫыу уңғандары, иген культураларын ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн, ҡышҡылыҡҡа әҙерлек йәһәтенән ең һыҙғанған, айырыуса “А7 Агро” йәмғиәте һәм “Маяҡ” хужалығы маяҡ ролен үтәй. Шулай уҡ крәҫ­тиән (фермер) хужалыҡтары ла алдынғылыҡты бирмәй. Уңған­дар йылытыу миҙгеленә етди әҙер­ләнгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, райондың һәр йәһәттән дә үҫешеүенә шатланды залда ултырыусылар. 

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов конференцияла ҡатнашыусыларҙы райондың социаль-иҡтисади хәле менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.

– Ейәнсура – үҙенсәлекле райондарҙың береһе, уның яртыһы – Урал алдында, ә ҡалғаны Көньяҡ Урал өлөшөндә урынлашҡан, – тине Дәмин Марат улы. – Тағы ла бер айырманы телгә алмау мөмкин түгел – беҙҙә бер ниндәй ҙә комбинаттар урынлашмаған. Ә инде ауыл хужалығы тармағы, ысын мәғәнәһендә, локомотив. Район һыйыр малы буйынса республикала – өсөнсө урында, уларҙың һаны – 27 мең баш. Бынан тыш 59 мең баш кәзә-һарыҡ иҫәпләнә, был тәңгәлдә лә беҙ – беренсе.

Районда бөтәһе 25 мең кеше ғүмер итә, ә Иҫәнғол ауылында – 9 мең. 15 ауыл биләмәһе 78 ауылды берләш­терә. Ауыл хужалығы ерҙәре – 44 мең гектар. Эшҡы­уарҙар, крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтары, кооперативтар киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйған. Башҡорт­остандың сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры, “Башпотребсоюз” йәмғиәте советы рәйесе Алексей Гусев әйтеүенсә, бындай сараларҙы даими үткәрергә кәрәк, ул фекер алышыу йәһәтенән ныҡ отошло. Сауҙа бөтәһе өсөн дә иң мөһим тармаҡтарҙан һанала. Маҡсат – тауар әйләнешен арттырыу.

“Башпотребсоюз” йәмғиәтенең идара рәйесе Венер Ильясов билдәләүенсә, һәр йәһәттән дә флагман һаналған Ейәнсура районындағы ҡулланыу­сылар кооперацияһының күрһәтер­лек  уңыштары етерлек. Сара үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡла­шыу тәңгәлендә бигерәк тә уңышлы.

“Ейәнсура РайПО” йәмғиәте рәйесе Илдар Дәминев эштәр тураһында һөйләне, киләсәккә маҡсаттары менән таныштырҙы.

– Бөгөн Ейәнсура районының ҡулланыусылар кооперацияһы биш ойошманы – “Ейәнсура РайПО”, “Һүрәм”, “Йәшмә”, “Раздолье” йәм­ғиәт­тәрен һәм “Ейәнсура” йәмәғәт туҡланыуы ҡулланыусылар кооперативын үҙенең ҡанаты аҫтына алған, – тип башланы һүҙен Илдар Рәүил улы. – Беҙ бәләкәй ауылд­а йәшәүселәргә көндәлек тормошта кәрәкле төрлө тауар ташыу, кешеләрҙән ауыл хужалығы тауарҙарын һатып алыу, өр-яңы эш урындары булдырыу кеүек социаль әһәмиәткә эйә бурыстарҙы тормошҡа ашырабыҙ.

Ысынлап та, урындағы ҡулла­ныусылар йәмғиәте республика­быҙҙа  ҙур, шул уҡ ваҡытта табыш килтергән предприятиелар исем­легендә. Уның 34 сауҙа нөктәһе, алты йәмәғәт туҡланыу урыны, “Сәләм” икмәкханаһы, колбаса ризыҡтары етештереү һәм ыҫлау, балыҡ тоҙлау һәм ыҫлау, билмән эшләү, кондитер һәм кулинария цехтары һәм ҡабул итеү-етештереү пункты бар. Үҙҙәренең автопарктарын төҙөгәндәр, унда төрлө маркалы 15 машина иҫәпләнә.

Быйылғы һигеҙ айҙа хужалыҡ эшмәкәрлегенең дөйөм күләме 286,5 миллион һум тәшкил иткән. Был 2021 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 36,4 миллион һумға күберәк. 2020–2022 йылдарҙа капиталь төҙөлөшкә, шулай уҡ ҡайһы бер ҡоролмаларҙы яңыртып ҡороуға һәм һатып алыуға 19,2 миллион һум аҡса тотонолған. Быйыл иһә ваҡлап һатыу буйынса тауар әйләнеше 200,7 миллион һумға еткән, үҫеш темпы – 93,1 процент. Ҡыҫҡаһы, был тәңгәлдә план 100 процентҡа үтәлгән.

Дәүләт контракттарына ярашлы, икмәкте һәм аҙыҡ-түлекте 38 мәк­тәпкә һәм мәктәпкәсә учреждение­ларға ташыйҙар. Бөгөн йәмәғәт туҡланыуы учреждениеларының барыһы ла заман талаптарына тулыһынса яуап бирә,  урындар һаны – 154. Был тармаҡта 33 кеше эшләй. 2022 йылдың һигеҙ айында йәмәғәт туҡланыуының тауар әйләнеше 18,1 миллион һумға еткән, был үткән йылға ҡарағанда 967 мең һумға күберәк.

Быйыл бөтәһе 2 963 тонна икмәк-ҡалас бешерелгән. Икмәкха­налағы ете икмәк бешереүсе өсөн эш ике сменала ойошторолған. Оҫталар – туғыҙ төр, шулай уҡ мәктәптәр һәм балалар баҡсалары өсөн төрлө витаминдарға бай икмәк-ҡалас етештерә. Быйыл һигеҙ айҙа кондитер ризыҡтары етештереү күләме 18,9 тонна тәшкил иткән, тоҙланған һәм ыҫланған балыҡ – 3,2 тонна, ярымфабрикаттар – 9,9 тонна.

2018 йылда “Ейәнсура райПО”­һын­да төҙөлгән “Раздолье” йәм­ғиәте 10 төр колбаса һәм купат етеш­терә, сало, балыҡ, түш ите, тауыҡ боттарын тоҙлай һәм ыҫлай. Һыйыр малы һәм сусҡа итенән фарш, шулай уҡ икеһен бергә ҡушып та эшләй. Ярым­фабри­каттарҙы һәм шашлыҡты халыҡ сират тороп ала, итте турау менән дә шөғөлләнәләр.

“Ейәнсура РайПО”-һы етеште­реү эшмәкәрлеген киң йәйелдергән. Уларҙың 34 ҡабул итеү пункты бар. Был халыҡҡа яҡшы итеп аҡса эшләү мөмкинлеген бирә.

– Быйыл һигеҙ айҙа етеш­те­реүҙән килгән тауар әйләнеше 30,9 миллион һумға етте, – тине Илдар Дәминев. – 2021 йылда йәшелсә һаҡлағыс үҙгәртеп ҡоролдо, уға 25 тонна еләк-емеш һаҡлауға һалынды. Бөгөн райпола 165 хеҙмәткәр иҫәпләнә, шуның 38-е юғары һәм урта белемле, дөйөм эшселәрҙең 77 проценты – ҡатын-ҡыҙ. Ҡулланыусылар коопе­ра­цияһы алға ҡарап эш итә. Айырыуса сауҙа селтәрен үҫтереүҙә мөмкинлектәр ҙур. Тауар етеш­тереү, дөйөм йәмәғәт туҡланыуын ойоштороу, халыҡтан ауыл хужа­лығы тауарын һатып алыу күләмен арттырыу һәм башҡа эштәр – шуға асыҡ миҫал. Теләк, ныҡышма­лылыҡ, бурысыңа яуаплы ҡарау, башлаған эште аҙағына еткереү генә кәрәк. 

Сараның рәсми өлөшөнән һуң Ейәнсура районының ҡулланыу­сылар кооперацияһы ҡарамағын­дағы объекттар буйлап экскурсия ойошторолдо. Тәүҙә ит һәм балыҡ етештереү цехында туҡталдылар. Бында эш барышы еңелләш­терелгән. Ит һәм балыҡ етештереү цехы мөдире Ольга Шкитова итте лә, балыҡты ла кешеләрҙең теләп һатып алыуын билдәләне. Цехта тағы ла Гөлназ Ҡылысбаева менән Гөлфиә Бикбаева эшләй.

Артабан етештереү пунктына юлландылар. Ейәнсура ҡулланыу­сылар кооперацияһы халыҡтан һыйыр малының, кәзә-һарыҡтың тиреһен дә, мәтрүшкә, ҡомалаҡ кеүек дарыу үләндәрен йыйыуҙы ла киң йәйелдергән. Кешеләр үҙҙәре лә килтереп бирә, райпо хеҙмәткәрҙәре тауар йыйыуҙы ауылдарға сығып та ойоштора. Шулай уҡ “Сәләм”, “Универсам” магазиндарының, икмәкхананың эше менән дә танышты ҡунаҡтар.

Тәтешле районының Ҡулланыу­сылар йәмғиәте рәйесе Рәфил Ғәлләмов белдереүенсә, ейәнсура­ларҙан күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин. Республикабыҙҙың төнь­яғы­нан көньяғына хәтлем 550 саҡрым, Тәтешленән Ейәнсура районына ла шул тиклем юл үтәһең, әммә араларҙың йыраҡ­лығы осрашып фекер алышыу өсөн һис кенә лә кәртә була алмай.

- Илдар АҠЪЮЛОВ

Читайте нас: