Иҡтисад
30 Сентябрь 2022, 09:26

Башланғыс халыҡта хуплау тапты

Программа республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

“Тәртип тупһанан башлана” тигән әйтем башҡорттарҙа айырыуса киң таралған. Хужаһы ниндәй – өйө лә шундай, тиҙәр. Ысынлап та, төҙөк ихаталар, күркәм йорттар алыҫтан уҡ үҙенә тарта, эргә-тирәгә йәм өҫтәй. Йәшәгән урының ҡунаҡ саҡырғанда ғына түгел, көн дә таҙа һәм йыйыштырыулы булырға тейеш. Кис эштән арып-талып өйөгөҙгә ҡайтып бараһығыҙ, ти. Берәүгә лә иғтибар итмәйһегеҙ, бер кем менән дә аралашҡығыҙ килмәй. Әлбиттә, күркәм ихата, ыҡсым йорт, баҡсалағы күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр, тәҙрә төптәрендәге сағыу гөлдәр шунда уҡ бар мәшәҡәттәрегеҙҙе онотторасаҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, һәммәбеҙҙең дә күңел торошо, сәләмәтлеге эргә-тирәбеҙҙең төҙөклөгөнә, ихаталарҙың ыҡсымлығына туранан-тура бәйле. Хәйер, матур йәшәүҙе берәү ҙә тыймаған әле.

 

Маҡсат – һәр ихатаны төҙөкләндереү

 

Әйткәндәй, Башҡортостан Баш­лығы Радий Хәбировтың “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы, йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү башлан­ғысын башҡортостандар дәррәү күтәреп алды. Ул 2019–2024 йылдарға иҫәпләнгән. Маҡсат – республикабыҙҙа урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, өй янындағы биләмәлә уңайлы мөхит булдырыу.

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә­ләрҙә “Башҡорт ихаталары” программаһының мөһимлегенә йыш баҫым яһаған Радий Фәрит улы билдәләүенсә, был – бик ҙур эш, ысын цивилизациялы миссия. Ул – өр-яңы эш алымы. Иң мөһиме, йорттарҙа ғүмер иткән халыҡтың яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ынтылышы көслө. 2024 йылда был һәр йортта сағылырға тейеш.

“Башҡорт ихаталары” проекты буйынса 2022 йылда республи­кабыҙ ҡалаларында бихисап ихата биләмәләрен төҙөкләндереү күҙ уңында тотола. Финанслауҙың дөйөм күләме миллиард һумдар менән иҫәпләнә.

– Ошо проекттар беҙҙең ауыл­дарҙың йөҙөн танымаҫлыҡ итеп ыңғай яҡҡа үҙгәртәсәк, – тине Радий Хәбиров.

 

Ожмах утрауын күргегеҙ киләме?

 

Шулай итеп, һоҡланғыс урын­дарҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү ниәтендә беҙ ҙә юлға сыҡтыҡ. Баш ҡалабыҙ үҙәгендә – “Г” хәре­фен хәтерләткән йорттар эргәһен­дәге ҙур төҙөлөштә туҡталдыҡ. Өфөлә, ғөмүмән, тотош респуб­ликабыҙҙа “Башҡорт ихаталары” программаһы нигеҙендә ихата биләмәләрен төҙөкләндереү уңышлы дауам итә. Проект халыҡта тиҙ арала хуплау тапты, барыһы ла башланғысты шатланып ҡабул итте.

“Башҡорт ихаталары” програм­маһын тормошҡа ашырыу өсөн күп фатирлы йорт биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү Өфө ҡалаһының Революцион, 88, 90 һәм Әй урамының 60, 60/1, 62, 64, 64/4  йорттары ихаталарына ла туранан-тура ҡағылған, бында эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.

Ошо өйҙәр янында балалар баҡсаһы, Балалар һәм үҫмерҙәр сәнғәт мәктәбе урынлашҡан, бәләкәй баҙар гөрләп тора, кафе асылған, уларҙан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәй.

Өлкәндәр хәтерләүенсә, элек был шомло урынды күптәр урап үткән. Берәҙәктәрҙең тимер гараждар араһын төйәк итеүе, спиртлы эсемлек яратыусыларҙың ошонда йыш йыйылып кәйеф-сафа ҡороуы, бейек үләндәр араһында, арҡыс-торҡос үҫкән ағастар ышығында һәм ҡыуаҡтар төбөндә шикле әҙәмдәрҙең күренеүе – шуға асыҡ миҫал.

Ғәмәлдә был урын әле танымаҫ­лыҡ итеп яңыртыла. Берәйһе өйөндә оҙаҡ булмай торһа, бил­ләһи, йортом янына яңылыш килеп сыҡтыммы, тип аптырар. Мәҫәлән, ҡотһоҙ тимер гараждарҙың барыһы ла алынған һәм тиҫтәнән ашыу машинала сүп-сар сығарып түгелгән. Хәҙер ул газон ролен үтәй, тупраҡ килтерелгән. Унда матур булып үлән һәм сәскәләр үҫә. Кескәйҙәр өсөн ҡомлоҡ ҡуйылған, уҡыусы балаларға бәүелсәк һәм бүтән төрлө уйын ҡоролмалары урынлаш­тырылған, ғашиҡтар эскәмйәһе лә тирә-яҡҡа йәм өҫтәй. Биләмәгә асфальт түшәлгән, тротуар ярайһы киңәйтелгән. Төнгө фонарҙар эленгән, видеокүҙәтеү ҡуйылған, машиналарҙы ҡуйыу урындары арттырылған, улар аҡ һыҙаттар менән билдәләнгән. Яңы контейнер урыны килтерелгән.

Төҙөкләндереү эштәрен “Дортрансстрой” йәмғиәте уңғандары башҡара. Төҙөлөш-монтаж эштә­ренә яуаплы Эдуард Сибәғәтуллин белдереүенсә, хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе бурысына яуаплы ҡарай, дәртләндереү саралары күрелгәс, планды арттырып үтәй. Төҙөлөш материалдары ваҡытында килте­релә, был тәңгәлдә өҙөклөктәргә юл ҡуйылғаны юҡ.

– Иң мөһиме, сифатҡа иғтибар итәбеҙ, – ти әңгәмәсем. – Бер тап­ҡыр эшләгән ергә киренән әйләнеп ҡайтыу тураһында күптән оноттоҡ. Әйтәйек, тротуар һалғанда ла, асфальт түшәгәндә лә ул ныҡлы һәм матур күренһен – ошоно маҡсат итеп алған оҫталар.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, программа тормошҡа ашырыла башлау менән эргә-тирәбеҙ күҙгә күренеп күр­кәмләнгән. Республикабыҙҙағы бай тәжрибә менән илебеҙҙең күп төбәктәре ҡыҙыҡһына, эштәрендә ҡулланыусылар ҙа бар.

 

Өләсәй ҡыуана

 

Уңайлы, таҙа һәм хәүефһеҙ ихата тураһында кемдәр генә уйланмай икән! Бигерәк тә оло йәштәгеләр ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ныҡ борсола. Был осраҡта әлеге йорттарҙы төйәк итеүселәрҙең уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуы, һүҙ ҙә юҡ, һөйө­нөслө.

– Йортобоҙ Әй һәм Революцион урамдары киҫелешендә, – тип һөйләй Венера Хәкимйәнова. – Теләгән саҡта йәшәйеште яҡшы яҡҡа үҙгәртергә була икән. Киләсәктә был майҙансыҡтан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәйәсәгенә тамсы ла шигем юҡ. Мин дә ейәнсәрем Самира менән бында киләсәкмен, түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.

Вәзих Әбсәләмов билдәләүенсә, бөгөн иркен майҙансыҡтың бер өлөшөн өр-яңы балалар мөйөшө биләй. Бынан ары ул ял көндәрендә ҡыҙы менән ҡайҙа барыу тураһында баш ватмаясаҡ, туп-тура ошо урынға юлланасаҡ.

– Бер нисә йыл элек малай-шалай гараждар башында шау-гөр килде, күпме йәш-елкенсәк имгәнде, аяғын йә ҡулын һындырыусылар тураһында ишетеп йөрәк әрнене, – ти ул. – Бында хәҙер – бәләкәй ге­нә спорт майҙансығы. Спорт менән шөғөлләнергә теләүселәр рәхим итһен! Артабан үҫмерҙәр буш ваҡытын нәҡ ошонда үткәрәсәк. Уйлауымса, бындай урындар егеттәрҙе армияға әҙерләү йәһәтенән дә ҙур әһәмиәткә эйә.

Бындағы майҙансыҡтарҙың ба­ры­һы ла йомшаҡ япма менән ҡапланған. Яңылыштан ҡолаған­дарға хәүеф-хәтәр янамай.

Әй һәм Революцион урамдары киҫелешендәге йорттар ихатаһында эштәр быйыл апрелдә башланған һәм сентябрь аҙағында тамамла­нырға тейеш.

Ҡайтырға ыңғайлағанда ғашиҡ­тар эскәмйәһендәге йәштәр менән таныштыҡ. Был урында эштәр тамамланған. Әлимә менән Кинйә билдәләүенсә, Өфөлә ял урындары бихисап. Салауат Юлаев майҙа­нына, Еңеү паркына, Якутов исе­мендәге паркка һәм башҡа урын­дарға ихаталарҙағы ошондай ыҡсым урындарҙың өҫтәлеүе һәр йәһәттән дә маҡтауға лайыҡ.

– Ихата күҙ алдында үҙгәрҙе, айырма ер менән күк араһына тиң булмаһа ла, ул ныҡ яңыртылды, – ти улар. – Беҙҙең йорттоң тәҙрәһе тап ошо яҡҡа ҡарағас, барыһын да күҙәтә барҙыҡ.

Ожмах утрауын күргегеҙ киләме? Улай икән, Өфө ҡалаһының Революцион һәм Әй урамдары киҫешкән урынға ашығығыҙ. Тиҙҙән бында төҙөкләндереү эштәре тамамла­насаҡ.

Шулай итеп, проектты бойомға ашырыуҙың тағы бер матур өлгөһө менән танышып, беҙ ҙә шатландыҡ. Уның баш ҡалабыҙҙа ғына түгел, тотош республикабыҙҙа иң матуры булырына ышаныс ҙур.

- Илдар АҠЪЮЛОВ

Өфө ҡалаһы

Читайте нас