Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Сентябрь 2022, 14:30

Өфөлә яңы етештереү барлыҡҡа киләсәк

Радий Хәбиров "БашИнком" предприятиеһы тураһында һөйләне. 

Өфөлә яңы етештереү барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә яңы етештереү барлыҡҡа киләсәк

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республиканың сит ил партнерҙары менән тауар әйләнеше артыуы тураһында һөйләне.

“Өс йыл эсендә Башҡортостандың “БашИнком” предприятиеһы Беларусь Республикаһына экспортын 40 процентҡа арттырған. Йыл башынан алып ҡына ла компания 20,5 миллион һумлыҡ тауар оҙатҡан.

“БашИнком” – беҙҙең “Башҡортостан продукты” проекты дипломанты. Предприятиеның инновациялы юғары тәьҫирле препараттары бөтә илебеҙ һәм сит илдәрҙән ауыл хужалығы етештереүселәренә, шәхси хужалыҡтарға һәм баҡсасыларға яҡшы таныш. Тауарҙары Рәсәй баҙарының 40 процентын биләй.

Бөгөн ул - Рәсәйҙең ҙур биотехнологик предприятиеһы, улар 300-ҙән ашыу биопрепараттар һәм биоактив ашламалар, мал аҙығына өҫтәмәләр һәм реагенттар етештерә. Уларҙы ер эшкәртеү һәм баҡсасылыҡта, малсылыҡта, быраулау һәм нефть табыуҙа, тиҙләтелгән урманды тергеҙеүҙә һәм климатты контролдә тотоуҙа файҙаланалар. Компания йыл һайын 23 мең тоннанан ашыу продукция сығара.

Предприятиеның биш лабораториянан торған үҙ ғилми-техник үҙәге бар, унда 28 биология һәм ауыл хужалығы фәндәре докторҙары һәм кандидаттары, 100-ҙән ашыу хеҙмәткәре эшләй. Күмертау, Благовещен һәм Өфөлә алты заводтары бар. Ә оҙаҡламай Өфөлә тағы бер етештереү барлыҡҡа киләсәк, унда хайуандар һәм кешеләр өсөн дарыу биопрепараттары эшләнәсәк. Инвестиция проекты этаплап тормошҡа ашырыласаҡ. Уңыштар теләйем”, – тип яҙҙы ул.  

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: