Иҡтисад
30 Сентябрь 2022, 13:30

Районды ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итәсәк

Үҙ эшен башларға теләгәндәргә юл асыҡ.

Районды ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итәсәкРайонды ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итәсәк
Районды ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итәсәк

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Тимур Әйүпов юғары сифатлы тауар етешетереү генә түгел, һатыу менән дә уңышлы шөғөлләнергә була икәнен йәнә бер тапҡыр иҫбатланы.

Яҙғыһын Ейәнсура районында мал аҙығы етештереү линияһы рәсми асылды. Тимур был хыялына өлгәшеү өсөн күпме ваҡыт талап ителеүен һөйләне. Маҡсатҡа ынтылыш уны эшҡыуарлыҡҡа алып килә. Табышлы булып күренгән тармаҡ — ҡатнаш мал аҙығы етештереү башланғысы менән урындағы хакимиәткә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә бара. Артабан Тимур Әйүпов Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан "Агростартап" программаһы буйынса конкурста һайлап алыуҙы үтеп, ҡатнаш аҙыҡ етештереү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға грант ала. "Һәр ваҡыт тыуған еремдә эшләргә һәм тормошомдо ауыл хужалығы менән бәйләргә хыялландым. "Агростартап" проектында ҡатнашыу өсөн бер нисә тапҡыр ғариза бирҙем. Ейәнсура районы хакимиәтенең бизнес-шерифы Азамат Салауатовтан тейешле кәңәштәр алдым, уның ярҙамында документтар йыйып, дөрөҫ йүнәлеш һайлауыма инанып эш башланым.

2021 йылда конкурс аша үттем һәм Башҡортостан Хөкүмәтенән өс миллион һумлыҡ ярҙам алдым. Бөтә эштәр ҙә тамамланмаған әле, өйрәнерлек нәмә күп. Шулай ҙа шәхси ихаталарында мал тотоусыларҙы ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итеү ҡеүәтен булдырҙыҡ", - ти Тимур Әйүпов.

Улар етештергән продукцияны "Агро-Маркет" магазинында һатып алырға мөмкин. Һәр тоҡта продукцияның составы күрһәтелгән. Ҡатнаш аҙыҡ экологик яҡтан таҙа, башлыса үҙебеҙҙең районда үҫтерелгән игендән етештерелгән. Ейәнсура районы халҡы уның сифатын баһалап өлгөргән дә инде. Әйүповтан ваҡланған иген, кукуруз, арыш, бөртөклө мал аҙығы, бойҙай, арпа, иген, ваҡланған кукуруз, борсаҡ һәм башҡаһын һатып алырға мөмкин. Был - етештереү ҡеүәтенең бәләкәй генә өлөшө. Шулай уҡ магазинда баҡсасылар өсөн тауарҙар, балыҡ майы, ҡабырсаҡ, киптерелгән мал аҙығы, он, көнбағыш майы, бөртөклө культуралар һәм башҡалар бар. "Етештереү ҡеүәте көслө тип әйтеп үткәйнем инде. Төрлө ҡорамалдар бар. Киләсәктә клиенттарыбыҙ беҙ етештергән продукцияны электрон сауҙа майҙансыҡтарында һатып ала аласаҡ. Шулай уҡ үҙебеҙҙең брендты сығарырға, тауарҙарға Ейәнсура районына бәйле этикетка яһарға ниәтләйбеҙ", — тине Тимур, киләсәккә пландары менән уртаҡлашып.

Ейәнсура районының бизнес-шерифы Азамат Салауатов иһә урындағы хакимиәттә һәр кесаҙна "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматында осрашыу үтеүен билдәләне. Осрашыуҙа бизнес-шериф тәҡдим ителгән проекттарҙы тикшерә. Мәҫәлән, социаль контракт нигеҙендә сыр етештереү урыны, район үҙәгендә шәхси медицина үҙәге асыла. Медицина үҙәгендә тар профилле белгестәр — кардиолог, косметолог, гинеколог эшләй.

Шулай уҡ бизнес-шериф район эшҡыуарҙарын туплап чат булдырылған, унда өлкәләге яңы ҡануниәт тураһында мәғлүмәт даими яңыртылып тора, гранттар, конкурстар тураһында һөйләйҙәр, консультациялар үткәрелә.

Алмаз ҒӘЛИМОВ, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары:

 – Республикала Ауыл хужалығы министрлығының бер нисә программаһы бар, улар буйынса эшҡыуарҙар урындарҙа иҡтисадты үҫтереүгә дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Был, беренсенән, "Ғаилә фермаһы" грант программаһы, уға ярашлы, ҡырҡ проценттан кәм булмаған күләмдә проектты берлектә финанслау шарты менән утыҙ миллион һумға тиклем аҡса алырға мөмкин. Ошо һәм башҡа программаларҙа ҡатнашыу шарттары менән республиканың Ауыл хужалығы буйынса консалтинг үҙәге сайтында танышырға мөмкин: https://cckrb.ru/. Үҙәк белгестәре консультациялар үткәрә, кәрәкле документтар һәм бизнес-пландар әҙерләүҙә лә ярҙам итәсәк.

Фотолар Тимур Әйүповтың шәхси архивынан алынды.

Районды ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итәсәк
Районды ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итәсәк
Районды ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итәсәк
Районды ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итәсәк
Районды ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итәсәк
Районды ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итәсәк
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас