Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Октябрь 2022, 14:30

Министр урынбаҫарынан - юғары баһа

Башҡортостан Күп функциялы үҙәгендә “Инвестор тәҙрәһе” асылды. 

Министр урынбаҫарынан - юғары баһа
Министр урынбаҫарынан - юғары баһа

Статс-секретарь – Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Алексей Херсонцев Өфөлә үткән VI Бөтә Рәсәй дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәр форумы барышында баш ҡалабыҙҙа урынлашҡан Башҡортостан Күп функциялы үҙәгенең төп офисында булды. Шулай уҡ ул “Инвестор тәҙрәһе” проектына старт биреүҙә ҡатнашты.

Бында инвестор булырға теләүселәр өсөн комплекслы хеҙмәттәр күрһәтеләсәк. Улар юридик шәхес булараҡ теркәлеү, ер участкаһын ҡуртымға алыу, газ селтәренә тоташыу һәм башҡа хеҙмәттәр менән файҙаланыуға өҫтөнлөклө шарттарҙа ғариза бирә һәм ошо процедураларҙы үтә ала.

Эш сәфәре барышында Алексей Херсонцев ресепшн биләмәһендә документтарҙы экспресс-биреү пилот проекты менән танышты. Уның ярҙамында әҙер документтарҙы хеҙмәтләндереү тәҙрәһенә мөрәжәғәт итмәйенсә генә алырға мөмкин. Шулай уҡ министр урынбаҫары аҙнаның ете көнөндә һәм тәүлегенә 24 сәғәт дауамында әҙер документтарҙы бирә алған постамат ҡорамалының эшен баһаланы.

Фото: Башҡортостан Күп функциялы үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: