Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Октябрь 2022, 18:30

Алтын билдә – Башҡортостанда!

Сара Мәскәүҙә Рәсәй Архитекторҙар союзының 90 йыллығы уңайынан ойошторолдо.

Алтын билдә – Башҡортостанда!
Алтын билдә – Башҡортостанда!

Башҡортостан III халыҡ-ара “Зодчество” халыҡ-ара архитектура фестивалендә алтын билдә менән бүләкләнде. Сара Мәскәүҙә Рәсәй Архитекторҙар союзының 90 йыллығы уңайынан ойошторолдо.

"Башҡортостан халыҡ-ара фестивалгә Өфө ҡалаһының 450 йыллығы һәм донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы проекттарын тәҡдим итте, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының төҙөлөш, архитектура һәм биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү департаменты директоры Олег Байдин. – Беҙ иң абруйлы “Рәсәй төбәктәре” конкурсына заявка бирҙек. Жюри “Локаль архитектура объекттары” номинацияһында эшебеҙҙе юғары баһаланы".

Олег Байдин әйтеүенсә, экспозицияны биҙәүгә иң шәп фотолар һайланған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: