Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Октябрь 2022, 11:10

Биш миллион тонна иген йыйҙыҡ

Тарихта дүртенсе тапҡыр был сикте үттек.

Биш миллион тонна иген йыйҙыҡ
Биш миллион тонна иген йыйҙыҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдереүенсә, республиканың ауыл хужалыҡтары биш миллион тонна ашлыҡ йыйыуға өлгәшкән.

"Тарихта дүртенсе тапҡыр был сикте үттек. 1983 йылда – биш, 1985 йылда – 2,2, 1986 йылда 5,9 миллион тонна ашлыҡ алдыҡ. Хәҙер яңынан тағы ла биш миллион тоннаны үттек – 80-се йылдарҙан һуң беренсе тапҡыр.

Уңыш йыйыу кампанияһы башланыр алдынан беҙ пландар ҡороуға бик һаҡ ҡараныҡ. Быйыл уңыштың яҡшы булғаны күренеп тора ине, әммә уны үҫтереү генә етмәй – тағы йыйып та алырға кәрәк. Сентябрҙә еңелдән булманы, игенселәргә ямғырҙар араһында эшләргә тура килде. Әммә эште башҡарып сыҡтылар, афарин!

Әлбиттә, ошондай юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүҙә беҙгә һауа торошо ла ярҙам итте – йәйҙең тәүге яртыһы иген һәм ҡуҙаҡлылар өсөн бик уңайлы булды. Әммә был ғына түгел. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығына әүҙем ярҙам күрһәттек. Ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу өҫтөндә эшләнек – һуңғы өс йылда хужалыҡтар биш миллиард һум самаһы субсидия алды. Шулай уҡ элиталы орлоҡ һәм минераль ашламалар һатып алыуға киткән сығымдарҙы компенсациялауҙы дауам итәбеҙ.

Әммә иң тәүге сиратта иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем баҫыуҙа эшләгән ауыл эшсәндәренә рәхмәт белдерәм.

Беҙ алты миллион тонна иген дә йыясаҡбыҙ, шуға ынтылабыҙ. Шулай уҡ элеваторҙарҙың, келәттәрҙең, ырҙын табаҡтарының майҙандарын арттырыу буйынса эште көсәйтәсәкбеҙ, әле улар етмәй. Тағы ла беҙгә ашлыҡты эшкәртеү буйынса ла әүҙем үҫешергә кәрәк, шул иҫәптән тәрән эшкәртеүҙә лә. Был беҙҙең хужалыҡтарға килемде арттырыуға, тышҡы баҙарға эшкәртелгән тауар менән сығырға булышлыҡ итәсәк. Ә республика халҡы урындағы етештереүсенең сифатлы тауарҙары менән тәьмин ителәсәк. Был йүнәлештә эште әүҙемләштерәбеҙ", – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Телеграм”.

Биш миллион тонна иген йыйҙыҡ
Биш миллион тонна иген йыйҙыҡ
Биш миллион тонна иген йыйҙыҡ
Биш миллион тонна иген йыйҙыҡ
Биш миллион тонна иген йыйҙыҡ
Биш миллион тонна иген йыйҙыҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: