Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Октябрь 2022, 16:30

Биш миллион тонна сик түгел

Радий Хәбиров алты миллион тонна уңышҡа ла әҙер булырға ҡушты. 

Биш миллион тонна сик түгел
Биш миллион тонна сик түгел

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бик яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты. Башҡортостанда быйыл йыйылған иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары биш миллион тоннанан ашҡан. Был - 1980 йылдарҙан алып тәүге тапҡыр шундай юғары күрһәткес. Бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә лә ошо темаға һөйләшеү булды.

“Беҙ ошо һанды көткәйнек. Был - республика тарихында дүртенсе ҡаҙаныш. Аграрийҙарыбыҙҙы бының менән ҡотлайым, – тине Радий Хәбиров. – Биш миллион тоннаны – 1983 йылда, 5,2 миллионды – 1985, 5,9 миллион тоннаны 1986 йылда алдыҡ. Һәм бына хәҙер йәнә биш миллион тоннаға эйә булдыҡ – 1980 йылдарҙан тәүге тапҡыр.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, бөгөнгә төбәктә бөтә сәсеү майҙандарының 82 проценты йыйып алынған. Шуның менән бергә майҙандарҙың 97 процентында, йәғни 1,7 миллион гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һуғылған. Тулайым урып һуғылған иген 5,022 миллион тоннаға еткән.

– Уртаса уңыш гектарынан 29,5 центнер тәшкил итте – совет ваҡытынан һуңғы осорҙа тәүге тапҡыр, – тине Илшат Фәзрахманов.

Уның һүҙҙәренсә, һуңғы дүрт йылдағы ентекле эш 2022 йылғы рекордлы уңышҡа булышлыҡ иткән. Һүҙ, атап әйткәндә, техникаға, элиталы орлоҡтарға, минераль ашламаларға ярайһы ҙур инвестициялар тураһында бара.

– Шуға өҫтәп, һауа торошо аграрийҙарыбыҙға ҡолас йәйеп эшләргә мөмкинлек бирҙе. Республиканың биш районы – 200 мең тоннанан ашыу, 17 районы 100 мең тоннанан ашыу иген йыйған. Әлегә 40 мең гектарҙан йыйып алынмаған. Был аҙнала һауа торошо һәйбәт була, шуға эште тамамлайбыҙ”, – тине вице-премьер.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фекеренсә, игенселәргә өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға ярамай – алты миллион тонна ашлыҡ уңышына ынтылырға кәрәк. Бындай һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн бөтәһе лә, шул иҫәптән техника, орлоҡ, ашламалар һатып алыу, льготалы кредиттар алыу йәһәтенән дәүләт ярҙамы бар.

– Беҙгә ошондай уңышҡа әҙер булырға һәм ҙур иген күләмен һаҡлауҙы ғына түгел, уны һатыуҙы ла тәьмин итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, Башҡортостан аграрийҙары ужым культураларын йыйыуҙы тамамлаған. 270 мең гектарҙан, дөйөм алғанда, 873 мең тоннанан ашыу иген һәм һигеҙ мең тонна ужым шипкәне һуғылған.

“Ужым культураларының уртаса уңышы гектарынан 33,3 центнер тәшкил итте. Был һуңғы йылдарҙағы иң юғары күрһәткестәрҙән 4,6 центнерға юғары”, – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.

Бөгөнгә Асҡын, Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Нуриман һәм Иглин райондарында 500 гектарҙан ашыу ашлыҡты һуғырға ҡалған.

Фото: vedtver.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: