Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Октябрь 2022, 15:42

Баҫыу уңғандары һынатмай

Стәрлетамаҡта урып-йыйыу эштәре тамамланды.

– Район игенселәре, быйыл уңыш мул булды, тип һанай. Хәҙер иң мөһиме – юғалтыуҙарға юл ҡуймайынса барыһын да ваҡытында йыйып алыу. “Урожай” хужалығында 8-се МТС (элекке “Максимовка” хужалығы) механизаторҙарының бөтөн иғтибары иген өлгөргән баҫыуҙарға йүнәлтелгән. Иген культураларын урып-йыйыу менән бер үк ваҡытта көҙгө бойҙай сәсеү бара.

Беҙҙе хужалыҡ баҫыуҙарында иҡтисади хәүефһеҙлек бүлеге хеҙмәткәре Рәйсә Николаева, баш агроном Артур Асҡаров һәм идарасы Рәшит Муллағолов ҡаршы алды. Уларҙың һүҙҙәренсә, быйыл уңыш мул. 177 гектар майҙанда ҡара­бойҙайҙы йыйып алыу теүәл­ләнгән инде. Уңыш гектарынан 20 центнер тәшкил иткән. “Прерия” һәм “Чепелев иҫтәләгенә” сортлы арпа гектарынан 44 центнер уңыш биргән. Бойҙай йыйыу тулы көсөнә бара (гектарынан – 40 центнер). Предприятиеның барлыҡ урып-йыйыу конвейеры тулы ҡеүәтенә йәлеп ителгән. Баҫыуҙа тәжрибәле меха­низаторҙар Николай менән Антон Болтневтар, Рөстәм Михайлов эшләй.

Көҙгө культураларҙы сәсеү киләсәк уңыштың нигеҙе булып тора. Хужалыҡта быға ҙур иғтибар бирелә. Яңы агрегаттарҙа Артур Юнысов, Вәғиз Ғәҙелшин һәм Александр Кужлев эшләй.

– Мин бәләкәйҙән техникаға тартылдым, олатайымдың эшен күҙә­тергә яраттым. Унан тракторға идара итеүҙең беренсе күнекмәләрен алдым һәм, мәктәпте тамамлағас, артабан ҡайҙа барырға икәнлеге тураһында уйламаным да. Кол­леджға уҡырға керҙем, механизатор һөнәрен үҙләштерҙем һәм белемем буйынса эшләй башланым. Бында миңә оҡшай. Хеҙмәт хаҡы ла, эш шарттары ла яҡшы, – ти Артур Юнысов.

7-се МТС (элекке “Авангард”) хужалығы баҫыуҙары Суртан ауылы янында урынлашҡан. Хужалыҡтың баш агрономы Игорь Патраев билдәләүенсә, быйыл иген культу­раларының уңышы гектарынан 40 центнер тәшкил итә. Беҙ килгәндә алты “Акрос” комбайны бойҙай ура ине. Механизаторҙар һәм шоферҙар үҙ эштәрен белеп башҡара, бер-береһен тотҡар­ламаҫҡа тырыша. Улар – Иван Герасимов, Денис Денисов, Юрис Хәлитов, Григорий Заплохов, Александр Герасимов, Илнур Ғәлиев.

Суртан ауылындағы ашханала игенселәр өсөн туҡланыу ойошто­ролған. Был инде хужалыҡта урып-йыйыу конвейерының өҙлөкһөҙ эшләүенә булышлыҡ итә. Ашханала шеф-бешереүсе һәм шул уҡ ва­ҡыт­та ашханаға етәкселек итеүсе Әминә Фәтҡуллина, ашнаҡсылар Римма Ғәлиева менән Галина Сө­ләймәнова тәмле ризыҡтар әҙерләй.

– Менюны төрләндерергә, төшкө ашты туҡлыҡлы, тәмле итеп беше­рергә тырышабыҙ. Шуға­мылыр, көн дә рәхмәт һүҙҙәре ишетәбеҙ, – ти Әминә Фәтҡуллина.

Юлыбыҙҙы Сунгур ауылына дауам иттек. Бындағы бойҙай баҫыуында өр-яңы “Акрос” комбайндары эшләй ине.

– Урып-йыйыу эштәре тамам­ланыуға бара. Әлеге баҫыуҙан гектарынан 50 центнер уңыш йыйып алына. Барлыҡ игенселәр ҙә тырышып хеҙмәт һала. Механи­затор­ҙар Радик Ғиззәтуллин, Илдар Ғиз­зәтуллин, шоферҙар Ринат Сәй­фетдинов һәм Радик Кәли­муллиндың исемдәрен айырып әйтергә кәрәк, – тине 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған баш агроном Радик Асҡаров.

“Рощинский” хужалығында ла механизаторҙар тиҙ һәм берҙәм эшләй. Комбайнсылар бер нисә аҙна эсендә арпаны һәм көҙгө бойҙайҙы һуҡтырып алған. Беҙ был хужалыҡҡа килгәндә баҫыуҙа алты “Акрос” комбайны һәм өс “КамАЗ” эшләй ине. Хужалыҡтың баш агрономы Ришат Әхмәтов әйтеүенсә, әлеге баҫыуҙан гектарынан яҡынса 42 центнер уңыш алына. Ғөмүмән, хужалыҡта 10 мең гектар майҙанда иген культураларының 60 проценты йыйылған, уртаса уңыш – гектарынан 45-әр центнер. Бер үк ваҡытта көҙгө бөртөклөләр ҙә сәселә. Уларҙың илле проценттан күберәге сәселгән дә инде. Быйыл 4000 гектарға яҡын майҙанда сәсеү планлаштырыла.

Предприятиеның тәжрибәле механизаторҙары Петр Воронков, Флорид Ғәйфуллин, Юрий Сәлимов, Ринат Дәүләтҡолов, Николай Афанасьев, Юрий Цветков, Владимир Карачевский ҙа һынатмай.


Григорий КУЗЬМИН

Читайте нас: