Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Октябрь 2022, 15:48

Илештә иген мул

Уңыш буйынса республикала улар икенсе урында.

Автор фотоһы.   Хужалыҡтың баш инженеры Динар Ғабдрахманов менән механизатор Флорис Шәйбәков алға эш күләмен билдәләй.
Хужалыҡтың баш инженеры Динар Ғабдрахманов менән механизатор Флорис Шәйбәков алға эш күләмен билдәләй.Фото:Автор фотоһы.

Игенселек буйынса дан тотҡан, республикабыҙҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән Илеш районының ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре менән ошо көндәрҙә танышып ҡайттыҡ. Был район уңғандары иген баҫыуҙарында ураҡты тамамлаған, барлығы 70 мең гектарға яҡын майҙандан иген культуралары йыйып алынған. Гектар көсө уртаса 33,5 центнер булһа, тулайым йыйым 231 мең тоннанан артып китә. Был күрһәткес буйынса улар республикала – икенсе урында. Бөгөн район хужалыҡтарында кукуруз һәм ҡарабойҙай баҫыуҙарында эш бара. Шул уҡ ваҡытта ерҙе туңға һөрөү ҙә иғтибар үҙәгендә.

Рәүис Зарипов етәкселегендәге “Илеш” машина-технология стан­цияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иген, техник һәм мал аҙығы культуралары, һөт етештереү буйынса ҙур ауыл хужалығы пред­приятиеһы һанала. Уның ҡеүәтле техника паркы, производство база­һы бар. Йыл һайын яңы техника менән тулылана бара. Әлеге көндә һөрөн­тө ер майҙаны 1700 гектарҙан ашып китә. Быйыл хужалыҡта иген – 670 гектарҙа, мал аҙығы – 366 гектарҙа, техник культуралар 711 гектарҙа сәселгән. Бойҙайҙың, арпаның уртаса гектар уңышы 35 центнерға еткән. Хужалыҡ рапсты ла ҙур майҙанда – 530 гектарҙа үҫтергән. Әлеге көндә шәкәр сөгөлдөрө уңышын йыйыу башланып тора. 150 гектарҙа сәселгән татлы тамыр­ҙың бында яңы культура булыуын белдерҙеләр хужа­лыҡта. Уны гектарынан кәмендә 350 центнер алыу күҙаллана. Ҡул көсө ҡул­ланылмай, барыһы ла ме­ханиза­цияланған. Уңыштың Шишмә шәкәр заводына оҙатылыуы тура­һында һөйләне хужалыҡтың баш инженеры Динар Ғабдрахманов.

Хужалыҡты тәжрибәле белгес­тә­ре һәм белемле, эшкә дәртле йәш­тәр күтәрә. Был хужалыҡта ла йәш­тәр булыуы һөйөнөслө. Башҡорт дәү­ләт аграр университетының механика факультетын тамамлаған Илеш егете Динар Рәсим улы тыуған төйәгенә файҙа килтереүҙә күрә үҙ маҡсатын. Тормош иптәше лә ошо хужалыҡта бухгалтер вазифаһында, тырыш ғаиләлә ике бала үҫә.

– Ауылға ҡайтҡаныма үкенмә­йем. Эш бында ла күп, өлгөр генә. Быйыл йыл яҡшы килде, барлыҡ культуралар уңды, хәҙер уларҙың файҙаһын күрергә кәрәк. Һәр культураның уңыш ҡеүәте тупраҡты әҙерләүгә лә тығыҙ бәйле. Әлеге көндә беҙҙең хужалыҡта ерҙе туңға һөрөү эштәре тулы көскә бара, –тине Динар Ғабдрахманов.

Баҫыуҙа заманса техника –               К-739 тракторында ер һөрөүсе тәжрибәле механизатор Флорис Шәй­бәковты ла осраттыҡ. “Эшен сифатлы башҡарыуына бер ҡасан да шик тыуғаны юҡ”, – тинеләр уның тураһында.  Был хужалыҡта ул 2002 йылдан хеҙмәт итә, көнөнә 25 гектарға тиклем ер һөрә.

– Уңышҡа өлгәшеү сере ябай – барлыҡ агротехник талаптарҙы үтәр­гә, техниканы үҙ ваҡытында ҡарап, көйләп торорға һәм эшеңде яра­тырға кәрәк, – тине ялан батыры.

Эшләһәң,эш ҡарышмай. Илеш­тәр ҙә тырыш хеҙмәттәре менән райондарын күтәрә, ауыл хеҙмәт­сәндәре быйыл да үҙҙәре алдына ҡуйылған бурысты лайыҡлы үтәп килә.


Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: