Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Октябрь 2022, 22:45

Һалым хеҙмәте сайтында - яңы бит

Уның ярҙамында граждандар үҙҙәренә ебәрелгән һалым белдереүҙәренең айышына еңел төшөнә аласаҡ.

Һалым хеҙмәте сайтында - яңы бит
Һалым хеҙмәте сайтында - яңы бит

Ресурс түләүселәрҙең һорауҙарына йәки төрлө тормош хәлендә ҡалғандарға яуап бирәсәк: һалым белдереүе нимәнән ғибәрәт, уны нисек алырға һәм үтәргә, уҙған һалым осоро менән сағыштырғанда, милеккә һалым һалыу тураһында ҡануниәттәге үҙгәрештәр ниндәй, белдереү ҡағыҙында күрһәтелгән һалым ставкалары, льготалар тураһында мәғлүмәтте нисек аныҡларға, улар менән нисек файҙаланырға һ.б.

Һалым белдереүҙәре физик берәмектәргә - почта аша заказлы хаттар, электрон төрҙә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының шәхси кабинеттарын ҡулланыусыларға ебәрелә. Кәрәк булған осраҡта һалым түләүсе өҫтәмә белдереү ҡағыҙы алыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн айырым кешеләрҙе хеҙмәтләндергән һәр ҡайһы һалым инспекцияһына йәки Күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Түләүгә документты ер участкалары, капиталь төҙөлөш объекттары, транспорт хужалары аласаҡ. Мөлкәт, шулай уҡ ергә, транспортҡа һалым түләү срогы - 2022 йылдың 1 декабренә тиклем.

2022 йылдың 2 декабренән башлап түләнмәгән һалым суммаһы автоматик рәүештә бурысҡа әйләнә, уға көн һайын Рәсәй Үҙәк банкының рефинанслау ставкаһының 1/300 күләмендәге пеняһы өҫтәлә.

Өҫтәмә мәғлүмәтте 8-800-222-222222 телефоны буйынса (шылтыратыу бушлай) йәки (347) 226-38-00 телефоны буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу линия телефоны буйынса алырға мөмкин.

Фото: РБК 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: